Ошо көндәрҙә «Минең ғаиләм ҡомартҡыһы» төбәк-ара конкурсы һәм «Үлемһеҙ полк. Минең төп геройым» республика интернет-конкурсында еңеүселәр «Мин – Патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты. Осрашыу дуҫтарса йылы мөнәсәбәттә әүҙем конкурсанттар һәм абруйлы ҡунаҡтар – профессор, филология фәндәре докторы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова, билдәле журналист, йәмәғәт эшмәкәре Фәрит Вахитов ҡатнашлығында үтте.«2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программаһына ярашлы, «Мин – Патриот» йәмәғәт ойошмаһы быйыл ике конкурс ойошторҙо. «Үлемһеҙ полк. Минең төп геройым» республика интернет-конкурсы 1 майҙан 29 майға тиклем дауам итте. Еңеүҙең 71 йыллығына арналды был сара.
Шарттар буйынса, 7 йәштән 30 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр, ижади эштәрен тәҡдим итеп, ғаиләләге билдәле шәхестең, һуғыш йәки хеҙмәт ветеранының республикаға, илгә индергән өлөшөн, уңыштарын эссе, инша, хикәйә, мультимедиялы презентация, видеофильм аша күрһәтте, документаль сығанаҡтар ҡулланып, ғаилә тарихын сағылдырҙы.
Иң яҡшы эштәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды, проект етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Инзирә Баязитова (Бөрйән районы), Оксана Вахитова һәм Искәндәр Заһиҙуллин (Ишембайҙағы З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты), Гөлзифа Юлдашбаева (Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе) еңеүсе булды.
«Мин – Патриот» ойошмаһы етәксеһе Руслан Зарипов, уның урынбаҫарҙары Рәйлә Вахитова, Шамил Яубаҫаров һәм ҡунаҡтар еңеүселәргә кәңәштәр бирҙе, тәжрибә уртаҡлашты. Руслан Зарипов: «Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән ижади конкурстар, проекттар кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә күңел биреп, ихлас ойошторола, уның һөҙөмтәләрен күреү ҡыуаныслы. Беҙ бергәләп ғаилә тарихын, тимәк, илебеҙ тарихын яҙабыҙ. Был – изге эш», – тине. Конкурстарҙа еңеүселәрҙең барыһына ла Ф. Вахитовтың «Минең республикам геройҙары» тигән автографлы китабы тапшырылды.