Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндән һуң, Сергей Александрович төрлө өлкәләге 66 һөнәр эйәһен хөкүмәт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр менән тәбрикләне. Улар араһында ауыл хакимиәте башлыҡтары, уҡытыусылар, табиптар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар булды. Был йәһәттән атҡаҙанған ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, мәҙәниәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, төҙөүсе, элемтәсе, иҡтисадсы исемдәре бирелде. Шулай уҡ республиканың Почет грамотаһы, Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Әйткәндәй, “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” исеме бирелгәндәр араһында “Йәншишмә” гәзитенең яуаплы секретары Юлдаш Әхтәмов һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре Рәйсә Ҡаҙбулатова ла бар ине. Ҡотлайбыҙ!
Сергей Молчанов, Башҡортостандың яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп тороуын телгә алып, киләсәктең дә ышаныслы ҡулдарҙа булыуын билдәләне.