Бабич ролен кем уйнар?17.06.2016
Өфөлә тулы метражлы “Бабич” тарихи фильмы төшөрөлә башлаясаҡ.

Картина бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормошона һәм ижадына арнала. Фильмды танылған режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Булат Йосопов ҡуясаҡ.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, картинала 1914 — 1919 йылдарҙағы тарихи осор сағылдырыласаҡ. Уның ижади етәксеһе — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева. Фильмды республика Башлығының туғыҙ миллион һумлыҡ грантына “Йәнле таҫма” кинокомпанияһы төшөрә.



Вернуться назад