Республиканың төп өс йылғаһы – Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим бассейндарында һыу запасы башҡа йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 50 процентҡа аҙыраҡ. Был яуым-төшөмдөң күләменә бәйле. Шуға һыу кимәленең күтәрелеүе уртаса күрһәткестән 1 – 3 метрға түбәнерәк буласаҡ. Ташҡын апрелдең тәүге аҙнаһында башланыр тип фаразлай белгестәр.
Кисә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының тәүге ултырышы булды. Уны Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советының ведомство-ара секретары Марат Мәһәҙиев алып барҙы. Ултырышта комиссия ағзалары республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек хаҡында һөйләне, саралар планын ҡараны.
Комиссия ултырышында төбәктәге ҡалалар, тораҡ пункттар, хужалыҡ объекттары, гидротехник ҡоролмалар, инфраструктураның быйылғы яҙғы ташҡынға әҙерлеген тикшереү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды, республика комиссияһының составы билдәләнде, саралар планы раҫланды. Яҙғы ташҡын башланыуға тиклем һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған объекттарҙы һәм ҡоролмаларҙы барлау, боҙ иреүҙе даими контролдә тотоу, санитар-гигиена саралары комплексы үткәреләсәк.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Юрий Феропонтов белдереүенсә, ташҡын көслө булмаясаҡ. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа һыу запасына ҡытлыҡ һаҡлана. Йылайырҙа был күрһәткес норманан 47 процент тәшкил итә, Аҡъярҙа – 54, Мораҡта – 59, Баймаҡта – 41 процент.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотләхмәтов ташҡын мәлендә экологияға зыян килтереүсе йылғалар тураһында һөйләне, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа тау-байыҡтырыу комбинаттары арҡаһында Таналыҡ, Төйәләҫ йылғаларындағы экологик хәлдең киҫкенләшеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йылғаларҙа марганец, баҡыр, цинктың миҡдары ҙур. Тиҙҙән министрлыҡ вәкилдәре, ғалимдар тау-байыҡтырыу комбинаттары етәкселәре менән бергә был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн “түңәрәк өҫтәл”гә йыйыласаҡ.
Республиканың ҙур һыу һаҡлағыстарын тултырыу өсөн һыу запасы етерлек. Тик белгестәрҙе ер аҫты һыуҙарының урыны менән дүрт метр тәрәнлеккә тиклем төшөүе борсой. Быйылғы хәл 2000 йылдағы ваҡиғаларҙы хәтерләтә. Шулай ҙа һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индерәсәк әле. Шуға күрә ташҡын башланыуға тиклем комиссия ағзалары синоптиктарҙан тулыраҡ мәғлүмәт көтә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.