Йәштәр, өмөт һеҙҙә!17.06.2016
Эмиль Хәкимов Өфө дәүләт нефть техник университетының III курсында уҡығанда курс эше яҙа. Аҙаҡ шул тема студенттың диплом эшендә ентекле тикшерелә. Быйыл иһә Эмиль, “XXI быуаттың интеллектуаль милке” тигән конференцияла ошо уҡ йүнәлештә сығыш яһап, ҙур уңыш ҡаҙана.

Башҡортостан йәштәре өсөн социаль әһәмиәтле саралар үткәреүҙә әүҙемлек күрһәткән ойошмаларҙы бүләкләү тантанаһы дәртле, сәмле төҫ алды.
­– Башҡортостан Республикаһында беренсе тапҡыр интеллектуаль милек буйынса күркәм форум үткәрелде һәм һеҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов, Валентина Ивановна Матвиенко биргән оло баһаларҙы ишеттегеҙ. Ҡеүәтле йәштәр ­– үҫеш нигеҙе. Һеҙҙең барығыҙҙың ярҙамы арҡаһында ғына ошо юғары һөҙөмтәләргә ирештек, – тине респуб­ликаның йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Ан­дрей Иванюта.
Шулай уҡ тантанала Башҡортостан Республика­һында беренсе тапҡыр уҙғарылған “Смарт-Тау” I төбәк-ара йәштәр белем биреү форумын, “XXI быуаттың интеллектуаль милке” конференцияһын һәм 2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙғарылған XXII Ҡышҡы Олимпия һәм XI Паралимпия уйындарын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәрҙе, ойоштороусыларҙы билдәләп үттеләр. Уларға Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов һәм Рәсәй Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова төрлө наградалар тапшырҙы.




Вернуться назад