Иң ҙур хәүеф Интернеттан килә17.06.2016
Башҡортостан парламентының кисә булып уҙған ултырышында ике тиҫтәгә яҡын закон проекты тикшерелде, ауыл хужалығы буйынса һәм бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса телмәрҙәр тыңланды, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына бер нисә тәҡдим индерелде.

Хоҡуҡи акттар ҡабул итер алдынан депутаттар Баш­ҡортостан буйынса ведомство-ара Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Рәмил Исҡужинды республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп тәғәйенләне.
Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Милана Скоробогатованың сығышы мәғлүмәткә һәм аналитик һығымталарға бай ине. Дәүләт Йыйылышында йыл һайын яһала торған һәм быйыл бишенсе тапҡыр яңғыраған докладтан күренеүенсә, республикала балалы ғаиләләр ярты миллиондан ашып киткән, былтыр 693 кеше ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, ҡараусыһыҙ ҡалған 2 384 бала ғаиләләргә урын­лаштырылған. Бала күңеленә иң кире йоғонто яһаусы фактор тип Милана Марат ҡыҙы Интернетты атаны.



Вернуться назад