Хаҡлыҡ өлгөһө15.06.2016
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан бирле “Башҡортостан” гәзитенән айырылғаным юҡ. Хәҙер инде йәшем байтаҡҡа етте, шулай ҙа республика тормошо, халыҡтың йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынмай тора алмайым.
Айырыуса социаль хәл, сәләмәтлек буйынса мәҡәләләр күңелемә ятышлы. Һуғыш йылдарында буй еткергән кеше булараҡ, тиҫтерҙәремдең иҫтәлектәрен күңел һалып уҡыйым, улар менән бергә үҙемдең йәшлек хәтирәләренә сумам. Эйе, күпте күрҙек, ауырлыҡтарҙы самаһыҙ кисерҙек, шулай ҙа кеше булып ҡала белдек. Хәҙерге йәш быуындың да ошо өлгөнө тормош нигеҙе тип алырына иманым камил.
“Башҡортостан” – нәҡ шундай тәрбиә бирергә ынтылған гәзит. Уны һәр беребеҙ алдырып уҡырға тейеш тип иҫәпләйем.