Уларҙың “усағы”нан йылы алып15.06.2016
Улар ауыл халҡын йылы һүҙҙән, кәңәштән, яҡты йөҙҙән айырмай. Ғүмерҙәрен медицина тармағы менән бәйләгәнлектәндер, һәр кемгә шифа өләшәләр, тормошта иң мөһиме күңел бөтөнлөгө икәнлеген үҙ үрнәгендә төшөндөрәләр.

Луиза Ноғоман ҡыҙы менән Рамир Ғәзиз улы Ғәлимовтарҙы Башҡортостан дәүләт медицина институты осраштыра. “Нескә генә ҡыҙыҡайҙы күреү менән уны тормоштоң ел-дауылынан һәр саҡ ҡурсалап торғо килде”, – тип хәтерләй тәүге осрашыуҙарын ғаилә башлығы. Хәҙер инде табиптарҙың диплом алыуына илле йылға яҡын ваҡыт уҙған.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 16 йыл Балаҡатайҙа эшләп, аҙаҡ Өфө районының Авдон ауылына күсә Ғәлимовтар. Рамир Ғәзиз улы – терапевт, Луиза Ноғоман ҡыҙы – педиатр. Йәш белгес булараҡ эшкә тотонғанда уҡ баш табип бурысын йөкмәгән ғаилә башлығына медицина тармағын айырыуса ныҡ, “энәһенән ебенә тиклем” өйрәнергә насип иткән. “Был өлкәлә бөтөн йөрәгеңде һалып хеҙмәт итеү мөһим, – ти ул. – Ярым-ярты башҡарылған эш – енәйәтселек. Тәү сиратта пациенттың күңел торошон аңлау зарур”.
Ирмен тигән уҙаман үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, өй һалырға, ул үҫтерергә тейеш, тиҙәр. Был бурыстарҙы Рамир Ғәзиз улы тулыһынса үтәгән. Бынамын тигән йорттары бар, баҡсаларында емеш ағастарының, йәшелсәнең бөтөн төрҙәре үҫә. Йорт хужаһы йөҙөм үрсетеү менән дә мауыға. Көҙ ауыр тәлгәштәрҙе йыйып алып, яҡындарын, туғандарын, күрше-күләнен, дуҫтарын һыйлауҙан күңеленә ҙур кинәнес ала ул. Улы Айрат менән ҡыҙы Лираның медицина юлын һайлап, маҡтаулы белгестәр булып танылыуы ла ата-әсә өсөн оло бәхет.
Заман менән бергә атлаған өлкән быуын табиптары бер урында тапа­нырға яратмай, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмәй. Баҡсаларынан йыл да мул уңыш алыу менән бер рәттән сәйәхәт итеүгә әүәҫ улар. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бергә йыйылған мәлен айырыуса яраталар.
– Барлыҡ бәхетебеҙҙең нигеҙе – яратҡан эшебеҙ, – ти Ғәлимовтар. – Ул һәр саҡ алға атлата, йәшәүгә көс бирә, мөхәббәтте нығыта, тормошҡа ҡарата һөйөүҙе көсәйтә, маҡсаттарҙы уртаҡ итә.
Эйе, сәстәренә сал төшһә лә, йәшлектә ҡабыҙған һөйөү усағын һүндермәй һаҡлай улар. Ошо йылылыҡ башҡаларға ла йәшәү көсө бирә.




Вернуться назад