Затлы күлдәкһеҙ ҙә тулҡынландырғыс ине...15.06.2016
Һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Балаларҙың күбеһе йәйге каникулға таралды, ә бына сығарылыш класс уҡыусыларына мәктәп менән хушлашыр алдынан имтихандарын тапшырып бөтөргә, сығарылыш кисәләрен үткәрергә кәрәк әле.
Ә был байрамды ойоштороу йылдан-йыл ауырлаша. Ҡыҙҙарға – күлдәк, егеттәргә костюм алырға, сәскә ҡупшы прическа эшләтергә, оҫта фотограф, видео төшөрөүсе саҡырырға, уҡытыусыларға бүләк, өҫтәлгә аҙыҡ-түлек алырға кәрәк. Быларҙың барыһы ла ата-әсәнең иңенә төшә.


Сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла класс етәксеһенә мотлаҡ бүләк әҙерләй. Күптәрҙең, ҡиммәтерәкте һайлап, педагогты шатландырғыһы килә. Өҫтәүенә мәктәпкә лә иҫтәлекле бүләк тапшырырға кәрәк. Картина – үткән заман. Хәҙер күптәр телевизор, проектор, телескоп, ноутбук кеүек ҡиммәтле бүләктәргә өҫтөнлөк бирә. Ғөмүмән, уҡытыусыларға, мәктәпкә, класс етәксеһенә бүләк алыу өсөн ата-әсәгә байтаҡ сығым талап ителә.
Һуңғы ҡыңғырау байрамына, сығарылыш кисәһенә профессиональ видеограф, фотограф, аниматор саҡырыу модаға инде. Уларҙың хаҡы ла байтаҡҡа барып баҫа. Уҡыусылар аттестат алып, фотоға төшөп, уны мотлаҡ социаль селтәргә ҡуя. Өҫ кейеменә килгәндә, йәштәр кисәлә бер-береһен уҙҙырырға тырыша. Ҡыҙҙарҙың күбеһе күлдәктең иң матурына, ҡиммәтлеһенә өҫтөнлөк бирә, шулай уҡ парикмахер, визажист саҡырта. Егеттәр кисәгә ул тиклем ныҡлы әҙерләнмәһә лә, өҫ кейемдәре шулай уҡ байтаҡ хаҡҡа барып баҫа. Өҫтәүенә залды биҙәү, аҙыҡ-түлек алыу...
Эйе, заман үҙгәргән һайын талаптар ҙа арта. Ә күп балалы, матди хәле түбән ғаиләләр ни эшләргә тейеш? Балаһы башҡаларҙыҡынан кәм-хур булмаһын өсөн ниндәй генә аҙымға бармай улар! Берәүҙәр бурысҡа аҡса юллай, икенселәр булған әйберҙәрен һата. Берәүҙең, мәҫәлән, сабыйын балалар баҡсаһындағы сығарылыш кисәһенә әҙерләү өсөн һыуытҡысын тәҡдим иткәнен беләм. Ә күрше өлкәлә класташтары бер ҡыҙҙы туҡмаған: уның ата-әсәһе сығарылыш кисәһенә аҡса бирмәгән...
Элегерәк бит бындай байрамдар бүләкһеҙ, ҡиммәтле күлдәкһеҙ, фотографһыҙ ҙа тулҡынландырғыс, йөкмәткеле үткән. Үкенескә ҡаршы, йылдар үткән һайын сығарылыш кисәләренең рухи әһәмиәте юғала бара. Уларҙың күбеһе кешеләрҙең матди хәлен күрһәтеп ҡалырға тырышҡан, бер-береһе менән ярышҡан мәғәнәһеҙлек театры кеүек.




Вернуться назад