“Йәйге каникул яҡынлаша башлау менән ата-әсә йүгерергә тотона. Баланы ниндәй лагерға ебәрергә? Ҡайһыһында рәхәтләнеп ял итергә мөмкин? Хаҡы күпме, аҡса еткереп булырмы?
Эйе, һис һүҙһеҙ, лагерҙа кинәнеп ял итергә мөмкин. Өҫтәүенә эргәһендә һыу инерлек йылғаһы, һоҡланырлыҡ тәбиғәте булһа, бала янында яҡшы дуҫтар табылһа, яуаплы, етди вожатыйҙар эшләһә... Көс-дәрт алаһың, һаулыҡты нығытаһың, тиҫтерҙәрең менән аралашып, тормошҡа бер аҙ өлкәндәрсә ҡарай башлайһың.
Ошо барлыҡ өҫтөнлөктәргә ҡарамаҫтан, ун йәшлек улыбыҙ быйыл лагерҙан баш тартып, эш менән шөғөлләнергә теләк белдерҙе. “Ун ҡаҙ бәпкәһе алайыҡ, – тине. – Уларҙы йәйгеһен олатай менән өләсәй янында көтөрмөн. Аҙаҡ бер нисә ҡаҙҙы һатып, миңә мәктәп кәрәк-ярағы, кейем алырбыҙ. Ҡалғаны олатай менән өләсәйгә, үҙебеҙгә ашарға булыр. Мәктәпкә үҙ аҡсама әҙерләнгем килә”.
Ошондай йөкмәткеле хат килде гәзит уҡыусыбыҙҙан. Ун йәшлек малай дөрөҫ фекер йөрөтә түгелме?Бер нисә йыл элек байтаҡ ил эшҡыуарҙары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡатнашырға насип булғайны. Унда Эстония йүнселенең сығышы хәтергә ныҡлы уйылып ҡалды. “13 йәштә шәхси эшемде астым, – тине ул. – Йәйгеһен бер нисә балыҡсы менән һөйләштем дә уларҙың табышын ситтән килгәндәргә һатырға ярҙам итә башланым. Йүнселлектең серҙәренә тиҙ арала өйрәнеп, тора-бара үҙемә төркөм тупланым. Бала саҡта бөтөн нәмә күңелгә тиҙерәк һеңә бит. Атай-әсәйеңә лә ауырлыҡ килтермәйһең”.
Шулай бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫкән малай – хәҙер илендә билдәле, донъя кимәлендә тәжрибә таратыусы эшҡыуар. “Ҡайһы бер ата-әсәнең балаһын хеҙмәттән аралауына ғәжәпләнәм, – тине ул. – Малай-ҡыҙҙарҙы “елкә”нән тиҙерәк төшөрөү яҡшыраҡ түгелме ни? Был бит балаларҙың үҙҙәре өсөн дә һәйбәт”.
Был һөйләшеүҙә мәғариф тармағы вәкилдәре лә бар ине. Улар, дәүләттең ҡануниәтенә таянып эш итеү кәрәклеген белдереп, сығыш яһаусыға ҡаршы төшөп ҡараны. Ә йүнсел: “Закондарҙы ла бит үҙе ата-әсә, олатай-өләсәй булған кешеләр ҡабул итә”, – тигән яуап менән сикләнде.
Эйе, яңы быуат башынан беҙҙә хеҙмәт тәрбиәһе “ҡаҡҡылап-һуҡҡылана”. Бала уны эшләргә тейеш түгел, быныһы ярамай, тегенеһе тыйылған... Һөҙөмтәлә айырыуса ҡалала “аҡһөйәктәр быуыны” үҫеп килгән кеүек. Эшкә иғтибар һүнһә лә, күп ата-әсә балаһы өсөн төрлө байрамдар ойоштороуға әүәҫләнде. Тыуған көндәр, сығарылыш кисәләре ҙур тантана итеп үткәрелә, яңыраҡ йәшәй башлаған сабый күккә күтәреп маҡтала, ниндәйҙер дәрәжәгә өлгәшкән кешеләй ҡупайтыла. Әлегә бер ниндәй уңыш-ҡаҙанышҡа өлгәшмәгән бала ошондай иғтибарҙан тәкәббергә, һауалыға әйләнмәйме икән? Был, яңылыш тәрбиә биреп, йәш кешенең яҙмышын боҙоу була түгелме? Эргәһендә йүгереп йөрөгән ата-әсәһенең ошо байрам өсөн күпме аҡса түккәне хаҡында уйлармы бала? Үҙен хандай, ханбикәләй тойоп, ҙурыраҡ талаптар белдерә башламаҫмы?
Байрам түгел, эш кеше итә әҙәм балаһын. Ошоно белеп, бәләкәйҙән хеҙмәткә йәлеп ителеп үҫкән сабый ҙа, уның ата-әсәһе лә, һис шикһеҙ, күпкә бәхетле. Быуындан быуынға күсеп килгән кәсепте һаҡлау йәһәтенән дә отошло был. Мәҫәлән, ике йыл элек Бөрйәндә уҙған иҡтисади сарала райондың Әтек мәктәбенән 11 йәшлек Сынтимер Татлыбаев менән танышыу насип булғайны. Төбәк етәкселәрен эшлеклелеге, өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе менән хайран ҡалдырҙы ул. “Нисек уңышлы эшләгән умартасы булырға?” тигән тикшеренеү эше менән Бәләкәй фәндәр академияһының республика конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған малай әйтеүенсә, кәсепкә тотоноуының төп сәбәбе – нәҫеле шөғөлөн лайыҡлы дауам итеү. “Ауылдарҙа эшһеҙлектең артыуы кешенең бәләкәйҙән хеҙмәт белмәй үҫеүенә бәйле, – тине Сынтимер. – Әйтәйек, беҙҙең Бөрйән умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн иң ҡулай ерҙәрҙең береһе икән, уҡыусылар ошо йүнәлеште төплө өйрәнергә тейеш”.
Сынтимерҙең үҙ умартаһы бар. Малай уны мөкиббән бирелеп ҡарай, тырышып өйрәнә, ниндәй осраҡта табыштың нисек булырын тоҫмаллап, уңыш өсөн бөтөн көсөн һала. Киләсәккә әҙер эшҡыуар ул! Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырын, нимә менән шөғөлләнерен әле үк белә һәм ошо маҡсатҡа табан ышаныслы атлай. Ваҡыты ла дөрөҫ бүленгән, компьютер янында көнөнә 20 минуттан ашыу ултырмай.
Ошолай үҙ шөғөлө булған ул-ҡыҙын йәйгеһен ҡайҙа ебәрергә, нимә менән ҡыҙыҡһындырырға тип баш ватмайҙыр ата-әсә. Әлбиттә, өс аҙна лагерҙа ял итеп ҡайтыу ҙа артыҡ түгелдер. Айырыуса хәҙер – туғыҙ ай буйы ҡатмарлы уҡыу программаһын үҙләштергәндән һуң. Шулай ҙа тотош йәйҙе ялға бағышлау артыҡ кеүек. Ата-әсәһе янында булып, уларҙың өлгөһөндә эшкә өйрәнһә, бала өсөн йәйге ял күпкә һөҙөмтәле үтер.
Һуңғы йылдарҙа ошо йәһәттән ҡайһы бер лагерҙарҙа махсус эш алып барыла. Мәҫәлән, теләгән балалар умартасылыҡ серҙәренә өйрәтелә, күмәкләп еләк йыйыу ойошторола. Үҫмерҙәр өсөн хеҙмәт лагерҙарының күпләп тергеҙелеүе лә хуплауға лайыҡ. Шулай йәйен һөҙөмтәле эштә үткәргән, тимәк, дәрт-дарманы ташып торған, ихтыяр көсө нығынған бала яңы уҡыу йылына ла ҡәнәғәтлек менән аяҡ баҫалыр. Юғиһә бит хәҙерге балаларҙың күбеһе мәктәпкә барыу мәлендә истерикаға бирелә.
Күҙәтеүҙәр буйынса, ишле ғаиләләрҙең күбеһендә балалар дуҫ-татыу, шулай уҡ эш рәтен белеп үҫә. Һөҙөмтәлә ата-әсә лә ҙур ауырлыҡ кисермәй кеүек. Ни өсөн тигәндә, улар балаларын елкәһенә мендереп ултыртмай, артыҡ иркәләтмәй, ә эшкә, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә – киләсәген хәстәрләй. Был – халҡыбыҙҙа элек-электән килгән тәрбиә. Уны дауам итһәк, бөгөнгө бихисап кире һыҙаттар – ялҡаулыҡ, булдыҡһыҙлыҡ, уңышһыҙлыҡтарҙа башҡаларҙы ғәйепләү, өмөтһөҙлөккә бирелеү, көнсөллөк һәм башҡалар – киләсәктә, һис шикһеҙ, юҡҡа сығыр ине. Хеҙмәттең нимә икәнен белгән тырыш кеше бөтөн уңыштарҙың, етешһеҙлектәрҙең үҙеңә бәйле икәнен яҡшы аңлай бит.
...Ауылда йәйге ял тиһәң, ни өсөндөр, күҙ алдына Мостай Кәримдең “Өс таған” повесынан Яҡуптың ҡаҙ ҡыуып китеп барған мәле күҙ алдына баҫа. Оҙон сыбыҡ тотоп, йылғаға ыңғайлаған малай тәүҙә баҙнатһыҙ, ҡурҡаҡ кеүек күренһә лә, тиҫтерҙәре ҡорона ингәс, уның ни ҡәҙәр булдыҡлы, ышаныслы икәнлеге асыҡлана. Эшкә өйрәнеп үҫеүҙең тәрбиәүи әһәмиәтенең сағылышылыр был. Йәйгеһен юл ситендә ата-әсәһе менән бергә емеш-еләк, бәшмәк, ҡымыҙ, бал, миндек һатып торған балаларҙың да күҙендә арыу түгел, нур балҡый бит.