Ҡытай менән Япония компаниялары Рәсәйҙең ауыл хужалығын үҫтереүгә ярҙам итергә ниәтен белдерҙе. Мәҫәлән, тәүгеләре Воронеж янында кролик үрсетеүгә 6 миллиард 50 миллион һум аҡса, япондар Приморьела теплица төҙөүгә бер миллиард һум бүләсәген хәбәр итте. 2013 йылдан уҡ “Русский кролик” компанияһы Пекиндың ошондай уҡ ойошмаһы менән йылына биш мең тонна диетик аҙыҡ етештереү буйынса берлектәге предприятие төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара ине. Әммә эш һуҙыла килде. Ниһайәт, күптән түгел илдең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев Ҡытайға сәфәр ҡылғас ҡына әлеге проектты тормошҡа ашырыуға мөмкинлек бирәсәк килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һөҙөмтәлә бында 400 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Бер аҙҙан япондар ҙа Владивосток янында йәшелсә үҫтереү өсөн теплица төҙөүгә инвестиция йәлеп итергә әҙер булыуын белдерҙе. Улар билдәле майҙанды биләйәсәк урында теплица булдырыу өсөн ҙур күләмдә аҡса тотоноласағы, хатта үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашасағы хаҡында хәбәр итте. Тәүҙә биналар электр энергияһы ярҙамында йылытылһа, ике-өс йылдан газ яғыулығына күсереләсәк.