Йыяһың да һатаһың...15.06.2016
Ҡатмарлы ғына осорҙа йәшәйбеҙ: иҡтисади көрсөк бөтә тармаҡтарҙы ла ялмап алды. Ҡайҙа ҡарама, табыш кәмей, сығымдарҙы ҡулайлаштырырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тәүәккәлдәр үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Гөлнара менән Булат Әптековтарҙы тап шундайҙар рәтенә индерергә була. 2013 йылдан бирле ғаилә башлығы, күрше ауыл халҡынан һөт йыйып, уны Йылайыр районының Яманһаҙ ауылына илтеп тапшырып тора.
Төп табыш һөттән икәнлеген аңлаған тырыш ғаилә шәхси ихатала малсылыҡ менән шөғөлләнеү хаҡында хыяллана. Иш янына ҡуш тигәндәй, район етәкселеге ярҙамы менән “Яңы эш башлаусы фермер” программаһына ярашлы, Булат Сәхиулла улы дәүләттән 300 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшә. Малдарҙы ишәйтеү ниәтендә тағы ла 11 баш һыйыр хәстәрләйҙәр, артабан тоҡомло үгеҙ һатып алалар. Йылы ҡура ла эшләйҙәр. Иҫке трактор менән булһа ла, бесән әҙерләп, етерлек мал аҙығы туплана.
– Бөгөн эре малдарҙың барыһы ла ҡырҙа, ә быҙауҙарҙы өйрәнгәнсе сығармаҫҡа булдыҡ, – ти йорт хужабикәһе. – Һыйырҙарҙы үҙем һауҙым, һөт артҡас, бер кешене эшкә алдыҡ. Яҡын-тирәлә ҡаланың булмауы ғына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Көн дә баҙарға сығып булмай, шуға һөттө шул килеш тапшырып тороу отошлораҡ. Ҡулға “тере” аҡса ла керә, һөтөң дә әсеп ултырмай.
Ауыл хужалығында техникаһыҙ алға китеп булмай. Яңы эш башлаусының “Беларусь” тракторы бигерәк иҫке, яңыһын алырға әлегә мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә ғаилә, дәүләт ярҙамына ышанып, киләсәктә “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” дәүләт программаһында ҡатнашырға теләй. Бының өсөн кәрәкле документтарҙы тултырыу, бизнес-план төҙөү менән булыша ла башлағандар.
– Яйлап мал һанын арттырып, аҙбарҙарҙы яңыртҡанда, эште артабан киңерәк йәйелдерергә була. Хәҙер балалар ҙа ярҙамлаша, ауылдаштар ҙа кәсебебеҙгә ыңғай ҡарай, – ти ғаилә башлығы.