Байрам түгел, яуапһыҙҙар ғәйепле15.06.2016
Оҙайлы ял көндәрен файҙалы үткәрергә теләп, күптәр төрлө тарафҡа сәфәргә юлланғандыр. Ни генә тимә, “тимер ат”ҡа атланһаң, әллә күпме эшкә өлгөрөргә була. Тик руль артына ултырған ҡайһы берәүҙәр ашығыу арҡаһында бәләгә тарый, ғүмерҙәр ҙә өҙөлә...

Һуңғы тәүлек эсендә генә лә республика юлдарында 21 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Фажиғә урынында алты кеше һәләк булған, 31-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
ЮХХДИ идаралығында аварияларҙың йышайыуын район-ҡалаларҙа һабантуйҙар үтеү менән дә бәйләйҙәр. Тыуған төбәккә ял итергә ҡайтып, һуҡмыш килеш руль артына ултырыу осраҡтары бихисап теркәлгән икән. Нисек кенә булмаһын, һәр юл-транспорт ваҡиғаһына тәү сиратта иғтибарһыҙлыҡ һәм юғары тиҙлек сәбәпсе. Мәҫәлән, Бөрө – Таштүбә – Һатҡы юлында (Дыуан районы) 57 йәшлек ир кеше төндә юл аша сығып барған мышыны шәйләмәй ҡала. Һөҙөмтәлә уның 49 йәшлек пассажиры авария урынында һәләк була. Водитель дауаханаға оҙатыла.
Әбйәлил районында ла һәләкәтле юл-транспорт ваҡиғаһы була. 49 йәшлек ир, машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан ситкә төшөп китә. Машина түңкәрелә, водитель һәләк була.
Тағы ла аяныслыраҡ аварияларҙың береһе Шишмә – Өфө юлында теркәлә. Мәктәпте тамамлауға ун йыл үтеүҙе билдәләргә йыйылған класташтар бер машинаға ултырып юлға сыға. Уларҙың автомобиленә ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан “Хендэй Солярис” бәрелә. Аварияла ике машинаның да водителдәре һәм пассажир һәләк була. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.





Вернуться назад