Учалыла – яңы парк15.06.2016
Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында яңыртылған мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Уны төҙөкләндереүҙә “Транснефть” компанияһы ҙур ярҙам күрһәтте.
Парк 1992 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, әммә ул осорҙа биләмәнең яртыһы ғына файҙаланылған. Төньяҡ өлөшө иһә эшкәртелмәгән, һаҙлыҡлы урын булып ҡалған. “Транснефть” компанияһының булышлығы менән парк биләмәһе тотошлай сафҡа индерелде.
Әйткәндәй, компания күсергән 40 миллион һумдан ашыу аҡса реконструкцияның икенсе этабын тулыһынса атҡарыу мөмкинлеген бирҙе. Парктың төньяҡ өлөшөн ағас һәм ҡыуаҡтарҙан таҙартып, һаҙлыҡлы биләмәгә тупраҡ түшәнеләр, рельефты тигеҙләнеләр. Юлдарға асфальт түшәп, бордюр таштары һалдылар, сәскәләр ултырттылар. Ҡоймаларҙы алмаштырыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылды, төп ҡапҡа яңыртылды, йәйге сәхнә төҙөлдө. Кескәйҙәр өсөн өр-яңы биш аттракцион эшләй.