Боронғолоҡ аңҡый был ҡаланан...15.06.2016
Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында ла Рәсәй көнөнә арналған саралар йөкмәткеле үтте. Был көндө балалар паркында этноауыл асылды. Байрамды ойоштороусылар әйтеүенсә, проект экологик туризм үҙәгенә әүереләсәк. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте беҙгә был хаҡта.
Этноауыл ХVIII быуат стилендә төҙөлгән. Унда урыҫ өйө, башҡорт тирмәһе, украин хатаһы һәм башҡа ҡоролмалар бар. Тиҙҙән бында тимерҙән, туҙҙан, ағастан, кейеҙҙән әйберҙәр эшләү, көршәк яһау, башҡа һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Байрам көнөндә этноауыл эргәһендә Златоустағы үҙешмәкәр коллективтарҙың концерты булды. “Башҡорт биҙәктәре” клубы етәксеһе Рәйсә Хужинаның сығышы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Данис Хужиндың әйтеүенсә, йәй көндәрендә был ҡалаға туристар күпләп ағыла.
— Боронғо ҡалаға абруйын арттырыу, яңынан-яңы инвестициялар йәлеп итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Йәмәғәтселек вәкилдәре был йәһәттән үҙ өлөшөн индерә ала. Этноауыл халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын сағылдыра. Уларҙы кешеләр белергә тейеш, — тине Данис Хужин.