Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылдың 15 июненән 15 июленә тиклем документтар ҡабул итә.Йәмәғәтселек тарафынан танылған һәм Башҡортостандың художество мәҙәниәтен байытҡан иң талантлы, яңылығы, үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өс премия ике йылға бер тапҡыр бирелә. Конкурста тәҡдим итеү ваҡытынан кәмендә ярты йыл алдан халыҡ иғтибарына сығарылған ижад эштәре ҡатнаша ала. Улар, әгәр әҙәбиәткә ҡағылышлы икән, баҫылып сыҡҡан; музыка, театр, һынлы, хореографик, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәләрендә – йәмәғәтселектең киң ҡатнашлығында башҡарылған; архитектура буйынса иһә файҙаланыуға тапшырылған булырға тейеш. Комиссия тарафынан конкурста ҡатнашыуға рөхсәт бирелгән ижад эштәренең исемлеге республика матбуғатында донъя күрә. Коллектив тәҡдим ителгән хәлдә уның составы биш кешенән артмаҫҡа тейеш.
Эштәрҙе премияға министрлыҡ һәм ведомстволар, предприятие һәм ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, уҡыу йорттары, гәзит һәм журнал редакциялары тәҡдим итә ала. Был мәсьәлә коллегиялар, президиумдар, идара, художество һәм ғилми советтар ултырыштарында, хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында бөтә яҡлап тикшерелә. Эште баһалағанда уның художество процесында тотҡан урыны, һәр кандидаттың ижади өлөшө билдәләнергә тейеш.
Материалдар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, 315-се, 419-сы бүлмәләр. Белешмә өсөн телефондар: 280-80-93, 280-80-75. Ентекле мәғлүмәт республика Башлығының рәсми сайтында (www.glavarb.ru) бирелгән.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, К. УСМАНОВА әҙерләне.