Төбәктең ҡеүәтен кем билдәләй?14.06.2016
Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында “Урал аръяғы-2016. Бәләкәй бизнес – идеянан алып ғәмәлгә тиклем” исемле эшҡыуарлыҡ форумы үтте.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығындағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ департаменты директоры Максим Паршин, республика Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктең көньяҡ-көнсығышындағы райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, беҙҙәге һәм күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт компаниялары башлыҡтары, сит ил бизнес-структуралары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Төбәктәге йәшәү шарттарын, инвестиция ҡеүәтен яҡшыртыуға йүнәлтелгән сарала яуланған ҡаҙаныштар күрһәтелде, фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторолдо, килешеүҙәр төҙөлдө.
(Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең йома һанында танышырһығыҙ).


Вернуться назад