Уртаҡ ҡала, уртаҡ кәйеф...14.06.2016
12 июндә баш ҡалабыҙҙағы Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Сарала ҡала халҡы, Өфөнөң почетлы граждандары, баш ҡала Советы
депутаттары ҡатнашты.
— Был байрам барыбыҙ өсөн дә уртаҡ. Ҡараштарыбыҙ, шөғөлдәребеҙ төрлө булһа ла, бөтәбеҙҙе лә “өфөләр” тигән исем берләштерә, — тине ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко, халыҡты байрам менән ҡотлап.
Өфөләргә шулай уҡ баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев ҡотлауҙарын еткерҙе. Ижади коллективтар, уҡыусылар сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.