Киләсәккә ышаныс менән14.06.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районына эш сәфәре барышында һабантуйҙа ҡатнашты, йәштәргә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын тапшырҙы.

– Был көндө беҙ баҫыу эшсәндәрен данлайбыҙ, уларға рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Намыҫлы эшләгәндәрҙең һәр ҡайһыһы маҡтауға, баһаларға лайыҡ. Шулай ҙа игенсенең төп наградаһы – мул уңыш, әлбиттә.
Республика Башлығы билдәләүенсә, хәл ителмәгән мәсьәләләр барлығына ҡарамаҫтан, Башҡортостан әүҙем үҫә, ышаныслы алға бара, уның уңыштарында һәм ҡаҙаныштарында төбәк халҡының өлөшө ҙур.
Рөстәм Хәмитов тырыш эшсәндәргә – наградалар, йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырҙы.
– Айырыуса йәштәргә рәхмәт белдерергә теләйем, сөнки улар ҡулында – илебеҙ киләсәге. Дәүләтебеҙҙең йөҙөн тап улар билдәләйәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы һәм район үҫмерҙәренә паспорттар тапшырҙы.


Вернуться назад