Ил етәксеһенән ҡотлау14.06.2016
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй көнө уңайынан ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
Унда былай тиелә:

“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!
Һеҙҙе байрам — Рәсәй көнө — менән ҡотлайым.
Илебеҙҙең күп быуатлыҡ тарихы — данлы еңеүҙәр һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары, Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөләре йылъяҙмаһы ул. Замандарҙың һәм быуындарҙың, ватансылыҡ һәм гражданлыҡ традицияларының ныҡлы бәйләнеше баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙҙы, алға табан ышаныслы барыуыбыҙ нигеҙен тәшкил итә.
Һеҙгә уңыштар, именлек, билдәләнгән ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем”.


Вернуться назад