Ошо көндәрҙә, илебеҙ ҡалалары араһындағы бәйләнеште тимер юлдар менән нығытып, “Өфө – Һамар – Һарытау” поезы йөрөй башланы.Көндөҙгө экспрестың Өфөнән алып Һарытауға тиклемге араны ни бары 14 сәғәт 25 минутта үтеүе күҙаллана. Яңы поезд ете вагондан тора: бише – ултырыу урындары менән, береһе – плацкарт, тағы береһе – физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн купе.
Шуныһы үҙенсәлекле: вагондарҙы төбәктәрҙең матурлығын сағылдырған фотоһүрәттәр биҙәй. Араларында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре Эдуард Дилмөхәмәтовтың ижад емештәре лә бар. Фотохәбәрсебеҙҙең Бөрйән районындағы “Башҡортостан” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына арналған альбомын һайлағандар.