Өфөнөң “Ватан” майҙанында “Былау культы” проектына ярашлы байрам ойошторолдо. Бөтә Рәсәй хәйриә марафонында ҡатнашҡан “Мәрхәмәт”, “Ғүмер һыҙаты” фондтары тарафынан үткәрелгән сара Көнсығыш аш-һыуының төрлөлөгөн күрһәтеп кенә ҡалманы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам булараҡ та ҡабул ҡылынды. Былау һатыуҙан алынған килем ауырыуға дусар балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк. Тотош Рәсәй буйлап йәйелдерелгән проекттың сираттағы сараһына баш ҡаланың 14 рестораны ҡушылды. Улар менән берлектә “Мәрхәмәт” фонды командаһы, шулай уҡ республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа күренекле шәхестәр төрлө рецепт буйынса былау бешерҙе. Сарала ҡатнашыусылар был тәмлекәстең “байрамса”һынан, “татлы”һынан, “үзбәк”, “андижан”, “фирғәнә” кеүектәренән ауыҙ итә алды. Аш-һыу әҙерләүселәрҙең оҫталығын билдәле концепт-шеф, блогер Хәким Ғәниев, Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, танылған блогер Рәис Ғәбитов баһаланы.
“Былау культы” байрамына килгән һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл тапты. Кескәйҙәр мехенди төшөрөп, дөгөнән төрлө сувенирҙар яһаһа, өлкәндәр бай йөкмәткеле концерт, мәҙәни тамаша ҡарап ҡыуанды.