Әсәлек капиталын йәнә нимәгә тотонорға?14.06.2016
Яңыраҡ ҡына әсәлек капиталын инвалид балалар ихтыяжында файҙаланыу мөмкин икәнлеге хаҡында хәбәр иткәйнек. Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте әлеге аҡсаға һатып алырға рөхсәт ителгән хеҙмәттәрҙең һәм тауарҙарҙың исемен раҫланы.
– Аҡсаны, балаға йәки уны уллыҡҡа алыуға өс йыл тулғанын көтмәйенсә, сабыйҙы адаптациялау өсөн тауарҙар һатып алыуға тотонорға мөмкин. Ләкин уларҙың һатып алыныуы тауар йә булмаһа касса чегы менән раҫланырға тейеш. Ә хеҙмәттәргә килгәндә иһә, уларҙың юридик ойошма йәки шәхси эшҡыуар менән килешеү нигеҙендә башҡарылыуы шарт, – ти Пенсия фонды белгестәре.
Ғаризалар Пенсия фондының территориаль бүлексәләрендә ҡабул ителә. Бынан тыш, йәшәү урыны буйынса социаль хеҙмәт органдарынан тикшереү акты һәм хеҙмәттәрҙең күрһәтелеүен, тауарҙың һатып алыныуын раҫлаған документ кәрәк буласаҡ. Пенсия фонды әсәлек капиталы аҡсаһын тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләүгә тотонолған сығымдарҙы ҡаплау рәүешендә генә күсерәсәк.
Аҡтүбәне
утҡа тоттолар...
Үткән ял көндәрендә Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында теркәлгән хәл-ваҡиғалар Исламға бөтөнләй ят булған дини ағымдарҙың ни тиклем аяуһыҙ һәм хаяһыҙ булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июндә тиҫтәнән ашыу бандит Аҡтүбәләге “Паллада”, “Пантера” ҡорал магазиндарына төшә һәм ҡалалағы хәрби часты баҫып ала. Һөҙөмтәлә 19 кеше һәләк була, 40-ҡа яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре ала. Әлеге ваҡытта 13 боевиктың юҡ ителеүе билдәле.
Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, әле енәйәтселәрҙең алтауһы иректә. Уларҙы ҡулға алыу маҡсатында оператив-эҙләү операцияһы дауам итә.