“Өлөшсөләр” күҙәтеү аҫтына ала14.06.2016
Бынан ары “өлөшсөләр” үҙҙәре һайлаған төҙөлөш ойошмаһының эшмәкәрлеген үҙаллы күҙәтеп бара аласаҡ. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн ведомство сайтында урынлашҡан “Бизнестағы хәүефһеҙлек: үҙеңде һәм контрагентыңды тикшер” тип аталған түләүһеҙ сервистан файҙаланырға ғына кәрәк. Интернет-ресурста төҙөүсе компанияның “автобиографияһы” тулыһынса асып һалынған. Белгестәр иһә килешеүҙе төҙөгәнгә саҡлы ғына түгел, ә төҙөлөш барған осорҙа ла, ҡыҫҡаһы, фатир асҡысын алғансыға саҡлы уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра.
Бының өсөн ойошманың ИНН йәки ОГРН һандарын, юридик адресын, директорҙың, ойоштороусының исем-шәрифен белеү ҙә етә. Сервис ярҙамында теге йәки был төҙөлөш компанияһының финанс торошон, банкротлыҡ янау-янамауын, ғөмүмән, уның ғәмәлдә булыу-булмауын белергә мөмкин. Ошонда уҡ компанияның бурыстары (әгәр улар булһа) хаҡында ла тулы мәғлүмәт бирелгән. Әгәр юридик шәхестең төрлө сәбәптәр арҡаһында берҙәм дәүләт реестрынан төшөрөлөүе йәки килеме тураһында отчет тултырмауы асыҡланһа, тимәк, уйланырға урын бар. Компанияға етәксе вазифаһын башҡарыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән кеше етәкселек итһә йәки юридик адрес ғәмәлдәгеһе менән тап килмәһә, башҡа төҙөлөш ойошмаһын эҙләү яҡшыраҡ.
– Бер ниндәй ҡурҡыныс янамаған осраҡта ла, хатта үтә шәп офиста өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгәс тә тынысланырға ярамай, – тип киҫәтәләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан. – Һалым түләмәү өсөн эшҡыуарҙар йыш ҡына фирмаларын тарҡатыу тураһында иғлан итә. Был процедура яҡынса ике ай ваҡытты ала. Барлыҡ мәғлүмәт менән “Дәүләт теркәүе вестнигы” журналында танышырға мөмкин. Шуға ла әлеге баҫма менән айына бер тапҡыр булһа ла танышып барырға кәңәш итәбеҙ.