Рәсәйҙә халыҡтың ялған дарыуҙарға бәйле дәғүәләрен ҡабул итеү өсөн махсус интерактив сервис барлыҡҡа киләсәк. Премьер-министр Дмитрий Медведев илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был системаны 20 июлгә тиклем үк эшләү бурысын йөкмәтте. Бынан тыш, Хөкүмәт башлығы фармацевтика тармағын күҙәткән органдарҙың вәкәләттәрен киңәйтеү буйынса ла тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре әйтеүенсә, фармацевтика баҙарындағы һәр егерменсе дарыу — ялған. Бигерәк тә алға киткән илдәрҙә хәүеф ҙур — бында һәр өсөнсө дарыу шундай. Рәсәйҙә иһә барлыҡ дарыуҙарҙың бер проценты сифатһыҙ иҫәпләнә. Шуға ла белгестәр уларҙы ышаныслы ғына урындарҙан һатып алырға кәңәш итә. “Тышлыҡтағы яҙыуҙарға ла иғтибар итеү мөһим. Унда хәреф хаталары булһа, шикләнергә урын бар. Дарыуҙың һауыты ла, инструкция баҫылған ҡағыҙы ла яҡшы сифатлы булыуы шарт”, — ти улар.
Әгәр дарыу шик уятһа, дарыухана хеҙмәткәрҙәренән әлеге препараттың сертификатын һорағыҙ. Закон буйынса һеҙ дарыуҙың сифаты тураһында ҡағыҙҙар менән танышырға хоҡуҡлы.