Рухи хазинабыҙ – рухи ҡаҙнабыҙ14.06.2016
Рухи хазинабыҙ – рухи ҡаҙнабыҙ Ҡайһы саҡ баҫмабыҙҙың “Башҡортостан” гәзите – рухи хазина!” тигән лозунг-оранына шикләнеберәк ҡараусыларҙы ла шәйләйем. Артыҡ яңғырауыҡлы, йәнәһе. Киләһе йыл бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк баҫмабыҙҙың
туплаған бай мәғлүмәте хазина булмай, нимә? Тотош бер милләттең шул саҡлы дәүерҙәге көндәлек тарихы... Ә күпме рухи һынау... Ул әле лә дауам
итә бит.

Бөтә урында аҡса хакимлыҡ итергә ынтылған хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында рухи ҡибланы һаҡлап ҡалыу һәм милләттәштәрҙе лә шул йүнәлештә эйәртеү анһат түгел, әлбиттә. Ләкин “Ҡыҙыл Баш­ҡортостан”, “Совет Баш­ҡорт­останы” һәм “Башҡор­тостан” гәзиттәре (замандың төрлө сәйәси елдәре уға төрлө исем ҡушты, ләкин есемен үҙгәртә алманы) туплаған ғәйәт ҙур тәжрибә ундай ғына баҙар сауҙа­лашыуына бирешерлек түгел. Был юҫыҡта мин журналистарҙың ижади ҡомары бөгөнгө баҙар шау-шыуынан күп тапҡырға көслөрәк булған уҙған быуаттың 90-сы йылдарын һағынып иҫкә алам.
...Өфөләге тегеү предприя­тиеларының береһендә комсомол комитеты ағзалары шаяндар һәм отҡорҙар клубы (КВН) уйыны ойошторорға була. Уның беренсе маҡсаты һуңғы арала һүнә төшкән үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең эшен йәнләндереү булһа, икенсеһе – төп сәбәбе – етәкселектең башбаштаҡлығын, эшселәр мәнфәғәтен һанға һуҡмауын, коллектив милкен аҫтыртын ғына бүлешеүен күрһәтеү. Бөтә илдә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте әүҙемләшә, ә уларҙың фабрикаһында ләм-мим... Зәһәр килеп сыға был уйын-спектакль, егеттәрҙең береһе генераль директор булып уйнай, уның ҡыланыштарын таныған тамашасылар йығылып ятып көлә. “Ниһайәт, беҙҙә лә “перестройка” башланды!” – тип ҡыуанышалар. Тик шатлыҡ оҙаҡҡа бармай: һәүәҫкәр артистарҙан үс алыу башлана, тамашанан һуң бер аҙна үтеүгә кем тулыһынса премиянан ҡолаҡ ҡаҡҡан, кем торлаҡҡа сиратта артҡа шыуҙырылған... Комсомол комитеты секретарын алмаштырыу өсөн тиҙ арала йыйылыш уҙғарыу талабы ҡуйыла. Ә бит был сарала төшөрөлгән фотоларҙан стена гәзите эшләп элергә лә өлгөрә йәштәр.
Шул хаҡта беҙҙең редакцияға билдәле булғас та, предприя­тиеға йүгерҙем. КВН-да ҡатнашыусыларҙы, тамаша­сыларҙы күреп һөйләшеүе ҡыйын булманы, әммә икенсе яҡ – етәкселек – менән осрашыу ҙа мотлаҡ ине. Үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен бөтәһе ара­һында ла иң яҡшы аңлаусы – мин тип иҫәпләп йөрөгән генераль директорҙың беренсе һорауы шул булды: “Кем шылтыратты? Кемдәр саҡырҙы? Хәҙер үк фамилияларын яҙып бирегеҙ!” Миңә әмер биреүҙең файҙаһыҙ икәнлеген төшөнгәс, ҡысҡырына башланы: “Һеҙ партия сәйәсәтен дөрөҫ аңла­майһығыҙ!” Нимә һөйләү – уның эше, ләкин етәкселекте күрҙем, һөйләштем, тимәк, минең өҫтән бурыс төштө, тынысланып ҡайтып киттем.
Ике көндән һуң минең “Бына һиңә КВН!” тип аталған репортажым баҫылып та сыҡты. Ул скетч формаһында яҙылғайны, йәғни сәхнәлә ошо тамаша барған кеүек, ләкин аҙаҡҡы өлөшөндә сараның икенсе көнө генераль директор кабинетында барған ваҡиғалар ҙа килеп ҡушыла.
Беҙҙең гәзитте коллективта ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыны­лар! Ул саҡта партком, профком кеүек берәмектәр парти­яның өлкә комитеты булған баҫманы мотлаҡ алдыра ине, ул һәр цехҡа, ятаҡҡа ла килә. Әммә тиҫтә меңләгән кеше эшләгән фабрика өсөн улар ғына етәме ни... Ахырҙа редакцияға килеп тә бер нисә дана алып киттеләр. Кемдер тиҙ генә урыҫсаға ла тәржемә иткән.
Эйе, тәнҡит гөрләп торған дәүер ине ул. Әммә ошо ваҡиғанан һуң ете-һигеҙ йыллап үтеүгә икенсе бер хәлдең шаһиты ла булырға тура килде: бер банк управляющийына ҡарата, йәнәһе, мыҫҡыллы һүҙ әйткән өсөн суд гәзитебеҙҙең оло ғына журналисына өс мең һум штраф сәпәне... Киң мәғлүмәт сараларында тәнҡитте “түңәрәкләй” башларға сигнал булған ул.
Хәҙер тәнҡит яҙыуы ауыр ҙа, хатта хәүефле лә. Һәр нәмәгә нотариуста раҫланған белешмә алып йөрөп булмай бит, ул саҡта гәзиттең үҙен ҡасан сығарып өлгөрәһең? Кешеләр­ҙең хоҡуҡи ихтыяждарын күҙәтергә тейешле бүтән ойошмалар күп бөгөнгө тормошта.
“Заман башҡа – заң башҡа” тигән һүҙҙәрҙе ҡайһы саҡ йыш ҡабатлайбыҙ, әммә хәҡиҡәтте инҡар итеп булмай. Хәҙер баҫма матбуғат аналитик йүнәлештә яҙылған төплө мәҡәләләре менән генә алдыра ала. Дөрөҫ, тираж кәмей. Тимәк, гәзит телевизорҙан “һабынлы” серия­ларҙы ҡарап ултырыу­сыларҙың түгел, ә уйлана һәм фекер туп­лай белгәндәрҙең иғтибар үҙәгендә. Ундайҙар һәр заманда ла күп булмай.
Шулай ҙа уҡыусылар аудиторияһы ла ҙур ғына әле: Бөтә донъя гәзиттәре ассо­циацияһы (WAN-IFRA) мәғлү­мәттәре буйынса, матбуғат баҫмалары был күрһәткес буйынса телевидениенан ҡала икенсе урында килә. Ер шарында гәзит-журналды 2,5 миллиард кеше уҡый, 200 миллион кеше тик Интернетты ғына гиҙә, был 2 миллиард 700 мил­лиондың 800 миллионы бер үк ваҡытта Интернетты ла, баҫма матбуғатты ла күҙәтеп бара.






Вернуться назад