Күрше ауылда бик тә тыныс холоҡло кеше бар ине. Бесән мәлендә, төшкө ялға туҡтаған ваҡытта, был ағай серем иткән.
— Ана, түшеңдә әллә нимә йөрөй, — тип уятҡандар уны.
— Йылан даһа, — тип, тыныс ҡына һыпырып төшөргән, ти ул шыуыусыны.
М. БАКИРОВА.
Учалы районы,
Ҡобағош ауылы.