Онотмайбыҙ һине, Әхмәт!14.06.2016
Онотмайбыҙ һине, Әхмәт! Флотта туғыҙ йыл ярым хеҙмәт итеп ҡайтып, ҡустымдың тап 23 февраль көндө гүр эйәһе булыуы бик үкенесле. Әхмәт был байрамды ныҡ ярата, ихтирам итә ине. Уның ҡыҫҡа ғына ғүмере тыуған илебеҙҙе һаҡлау, халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлау хәстәре менән үтте.

1943 йылдың мартында Рауил ауылынан туғыҙ етем баланы һуғыш осоронда Ташбулатта асылған балалар йортона ебәрҙеләр. Миңә – 14, ҡустыма – 11, һеңлем Нажиәгә 9 йәш ине. Ундағы тормошобоҙ хаҡында элегерәк бер яҙғайным да инде. Мин – ясле төркөмө тәрбиәсеһе, Әхмәт – Ташбулат ауыл Советы, Кусимов исемендәге эреләтелгән колхоз комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй башланыҡ.
Ҡустым 1951 йылдың яҙында әрмегә алынды. Хеҙмәте осоронда ике тапҡыр “юғалды” ҡәҙерлебеҙ: тәүгеһендә – ярты йылға, икенсеһендә – өс айға. Асыҡланыуынса, Әхмәт һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеп, көслө радиацияға дусар булған. Өҙлөкһөҙ килгән хаттары туҡтап ҡалғас, командирына яҙҙым. Унан иһә “Скоро напишет” йә “В командировке” тигән яуаптар ғына килә ине. Ҡустым хеҙмәт иткән ҡаланың адресын ғына белдек. Кем булып ҡайҙа йөрөүен һәм башҡа мәғлүмәтте әйтмәнеләр, хәрби сер булып ҡалды барыһы ла. Моряктар өсөн ҡаралған дүрт йыл туғыҙ йыл ярымға һуҙылып, Әхмәт ҡустым 1961 йылда ғаиләһе менән ҡайтып төштө.
Өс йылдай эшләгәс, “перспективалы кадр” тип ҡустымды Силәбегә уҡырға ебәрҙеләр. Ауыл Советы рәйесе итеп тә һайланды ул. Халыҡтың нисек йәшәгәнен, ниндәй ярҙамға мохтажлығын, һуғыш, хеҙмәт ветерандарының, уҡытыусыларҙың тормош-көнкүрешен, клубтарҙың, ғөмүмән, биләмәнең бар яҡлап та тын алышын иғтибар үҙәгендә тотто. Иң элек етем, ҡараусыһыҙ ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтте. Йәмәғәт учреждениеларын, ауыл зыяратын төҙөкләндереүгә күп көс һалды. Оло быуын вәкилдәре Әхмәттең тиҙерәк уҡыуын тамамлап ҡайтыуын тилмереп көттө. Ҡустым партия мәктәбендә уҡып бөткәндән һуң, “Красная Башкирия” совхозына партком секретары итеп тәғәйенләнде, ғаиләһен шунда күсереп алып китте.
...Әхмәттең ҡәберенән дә кеше өҙөлмәне. Берҙәм теләк менән уны “Урал” совхозы яғынан Баймаҡ районына киткән оло юл эргәһендәге боронғо зыяратҡа ҡуйҙыҡ. Халҡы өсөн йәнен аямай хеҙмәт иткән ҡустымдың ҡәберендә сирень үҫте, раузалар баҙлап ултырҙы.
Һин һаман да яҡты йондоҙ булып хәтеребеҙҙә йәшәйһең, Әхмәтебеҙ!






Вернуться назад