Атайым Мостафа Мөфтәх улы Иманғолов 1922 йылда Ҡыйғы районының Петрушка ауылында тыуған. Мәктәпте бөтөргәс тә, 22 июндә Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа военкоматынан һуғышҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышында башынан ахырына тиклем ҡатнаша. Тәүҙә уны 1118-се уҡсылар полкына, аҙаҡ Виктор Синельников етәкселегендәге 243-сө уҡсылар дивизияһына миномет тоҫҡаусыһы итеп ебәрәләр.Атайым Воронеж янында хәрби һынау үтә. Беренсе орденына ул Украинаның Донецк ҡалаһын алғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Шунда уҡ яралана ла. Икенсе орден уға Запорожье ҡалаһы өсөн барған яуҙа күрһәткән батырлығы айҡанлы тапшырыла. Алюминий заводы янында атайым ике атыуҙа немецтарҙың танкыһын яндыра, автоматсыларҙы ут менән “һыйлай”. Шуның өсөн бирелгән ул награда.
Тағы бер иҫтәлекле алыш: Днепр йылғаһы буйында плацдармды алғас, пушканан атып, пехотаға ярҙам итә. Был төндә ҡаты алыш була. Дошман ғәскәрҙәре танктар ярҙамында контрһөжүмгә күсә. Атайым үҙенең пушкаһы менән дүрт тапҡыр танктар һөжүмен туҡтатырға ярҙам итә. “Фердинанд” танкын, расчеты менән дошмандың ике ротанан артыҡ һалдатын, өс пулемет нөктәһен юҡ итә. Командиры яраланғас, уны алмаштыра. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Госпиталгә эләгеп, ул өсөнсө орденын ала алмай ҡалғанын да беләбеҙ.
Ватан һуғышы орденын иһә уға 1972 йылда ғына тапшырҙылар. Тағы бер Ватан һуғышы ордены яугир атайыма 1985 йылда ғына килеп етте.
Госпиталдән һуң уны икенсе йүнәлешкә ебәрәләр: 85-се гвардия артиллерия полкы составында маршал Рокоссовский фронтына инә. Унда 1945 йылдың апреленә тиклем һуғыша.
Атайым “Багратион” операцияһында ла ҡатнашҡан: Минск ҡалаһын азат иткәндәр. Варшава, Кенигсберг ҡалаларын алыуҙа ла батырлыҡтар күрһәтә.
Уның күкрәген дүрт орден һәм биш миҙал биҙәй ине. Минск, Варшава, Кенигсберг ҡалаларын, Германияны еңгән өсөн миҙалдар менән наградланған, юбилей миҙалдарын, хеҙмәт ветераны миҙалын да таҡтылар уға.
Һуғыштан һуң ғәзиз кешебеҙ – тыуған яҡтарына, Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылына, ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Тәүҙә мәктәптә физкультуранан уҡыта. Һуңыраҡ әсәйем Рафиға Иманғолова менән бер нисә мәктәптә балаларға белем бирәләр.
Әсәйем дә – хеҙмәт ветераны, “Герой-әсә” миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыш ваҡытында ул 12 йәшенән колхозда эшләгән. Иң олоһо булғас, өләсәйемә дүрт бала ҡарарға ярҙам иткән. Ике оло ағаһы һуғышҡа алына. Уртансы ағаһы Мәжит менән атаһы Минша Зарипов һуғыш яланында ятып ҡала…