Бер генә тешең төшһә лә, аҙыҡ сәйнәү көсө 20 процентҡа тиклем юғала, ашҡаҙанға тейешенсә ваҡланып бөтмәгән ризыҡ эләгә, ти белгестәр. Һөҙөмтәлә аҙыҡ эшкәртеү ағзаларына хәүеф янай. Тимәк, кеше сәләмәтлеге тештәрҙең һаулығынан да тора. Тик нисек һаҡларға һуң уларҙы? Был һорауҙы утыҙ йыл ғүмерен теш дауалауға арнаған табип, Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһы стоматологы Әлфиә РӘХИМОВАға бирҙек.— Кешегә теш ғүмер буйы кәрәк, — тип һүҙ башланы ул. – Мәҫәлән, һөт тештәре барыбер ҙә төшә тип, ата-әсә балаларының тәүге тештәренә иғтибар биреп бармай. Әммә улар сереп, аҫтында яңылары үҫеп сығыр урынға зыян килеүе лә ихтимал.
Ғөмүмән, тештәрҙе кескәй саҡтан һаҡлау зарур. Мәҫәлән, ике йәшкә тиклемге балаларҙың тештәрен көнөнә бер тапҡыр таҙартыу етә, уның ҡарауы, дөрөҫ итеп щетка һәм паста һайлай белергә кәрәк.
— Дөрөҫ гигиена ойошторғанда, кәнфит менән самалап ҡына мауыҡҡанда, ололарҙан айырмалы рәүештә, балаларҙың тештәренә артыҡ ҡурҡыныс юҡ, — тип дауам итә һүҙен стоматолог. – Кеше ни тиклем үҫә, олоғая бара, билдәле, тештәр ҙә шул тиклем күберәк иғтибар талап итә башлай.
Бында организмдың ҡартайыуы хаҡында ғына һүҙ бармай, әлбиттә. Ашаған ризыҡ, насар ғәҙәттәр, үлгән нервылар — барыһы ла әһәмиәтле. Тәмәке тартыусының һары тештәре, ауырыу үпкәһе, һуңғы йылдарҙағы “иҫкермәй торған” аҙыҡ-түлек, хәйер, бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Бала тапҡандан һуң кальций етешмәүҙән яфаланған әсәләр тураһында ла яҡшы беләбеҙ. Кариес, абсцесс, анкилоз…
— Тик был сирҙәрҙең береһен дә булдырмаҫҡа мөмкин: әгәр ҙә гигиена һаҡлаһағыҙ, йылына ике тапҡыр тикшерелеп торһағыҙ, ашаған ризығығыҙға иғтибар бирһәгеҙ, — ти Әлфиә Хисамғәли ҡыҙы.
Шул уҡ ваҡытта һәр тештең ниндәйҙер ағзаға бәйле икәнлеген дә оноторға ярамай. Ғөмүмән, ҡаҙыҡ тешең ауыртмаһын тиһәң, күҙеңде тикшерт, күҙеңдең һаулығы өсөн, киреһенсә, ҡаҙыҡты хәстәрлә, тигәндәй.
Шулай, теш табибына эш етерлек, ана бит, үҙ эшен генә түгел, кешенең бөтә организмын яҡшы белеү фарыз. Бынан тыш, пациенттарҙың да төрлөһө бар, ауыртыуҙан стоматологка тибеп ебәргән баланы ла күрәбеҙ, ир-уҙаман булып бөткәндәрҙең дә аҡырғанын ишетәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, Әлфиә Хисамғәли ҡыҙының эше еңелдәрҙән тип әйтеп булмаҫ ине. Шулай ҙа әңгәмәсем башҡарған хеҙмәтен ихлас ярата.
— Кешене һауыҡтырыу, йылмайыу бүләк итеү – ҙур бәхет, — ти табип, үҙе лә йылмайып. Йылмайып ҡаршы алған табиптан нисек йылмайып сығып китмәйһең инде…