Ғәфү ит мине, Аллаһ Тәғәлә!14.06.2016
Был хатты яҙырғамы-юҡмы, тип күп уйландым. Әммә ғүмер уҙған, ҡартайған һайын кеше үҙенең ғәмәлдәренә, хатта һәр көнөнә баһа бирә башлай икән.
Рамаҙан айы башланды, күп халыҡ ураҙа тота. Һуңғы йылдарҙа кешеләр күпләп иманға килә, шуға күрә минең һөйләгәндәрем ҡайһы берәүҙәргә фәһем, икенселәргә ғибрәт булыр.
Барса ауыл кешеләре һымаҡ, беҙ ҙә ирем менән хәлебеҙҙән килгәнсә тырышып донъя көттөк. Йәш саҡта һалып сыҡҡан өйгә ике-өс бүрәнә өҫтәп, төкәтмә эшләп, ҡыйыҡты яңынан яптыҡ. Быларҙың барыһы өсөн дә, әлбиттә, әленән-әле сығымдар талап ителә ине. Шуға күрә тотондом да инде мин көмөшкә ҡыуыуға. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ күптәрҙең үҙәгенә үткән. Шуға күрә осһоҙ хаҡҡа көмөшкә һатып алыусылар, ашау-эсеү иҫәбенә эшләүселәр ҙә табылып торҙо. Өйҙө ҙурайтырға кәрәк булғас, мин шайтан һыуы менән һатыу итеүем хаҡында ул ваҡытта әллә ни уйламағанмын да. Хәйер, уйлаһам да, бер мин генәме ни, тип үҙемде йыуатҡанмындыр, моғайын. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, самогон һатып аҡса эшләү – ысынлап та, килемле бизнес. Өй эштәрен генә түгел, башҡа мәшәҡәттәрҙән дә яйлап арына барҙыҡ. Ирҙәре көнө-төнө эсеп йөрөгән ҡатындарҙың килеп илағанын, хатта ҡарғағанын да ишетмәнем. “Һин иреңде тыя белмәгәнгә, йүнһеҙлегеңә кем ғәйепле?”– тип кенә яуап ҡайтарҙым.
Кешеләрҙең, бигерәк тә атайҙары эсеп үлеп етем ҡалған балаларҙың күҙ йәше ҡоһоро оҙаҡ көттөрмәне. 55 йәше тулырға бер йыл ҡалғас, ирем йөрәк өйөнәгенән яҡты донъя менән хушлашты. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙым ире менән матур итеп донъя ҡора алманы, сөнки улар йәшәгән ауылда ла көмөшкә һатыусы табылған. Кейәүем бөтөнләй эскелеккә һабышып юҡҡа сыҡты. Асарбаҡҡа әйләнеп, Мәләүез баҙарында йөрөй, тиҙәр...
Тик бының менән генә бөтмәгән икән күрәсәктәрем. Өйләнгән улымдың балаһы ауырыу булып тыуҙы. “Йә, Хоҙай, ни өсөн ебәрәһең был һынауҙарҙы?”– тип өндәштем мин шул кис күккә бағып! Яуапты оҙаҡ көтөргә тура килмәне: минең өйҙән самогон ташыған ирҙәрҙең ҡатындары күп нәмәләр хаҡында иҫемә төшөрҙө...
Быларҙы ни өсөн яҙам һуң? Үҙем дә һиҙмәҫтән, ҙур ҡайғы-хәсрәттәр күргәндән һуң намаҙға баҫтым һәм Аллаһ Тәғәлә барлығын таныным. Хәҙер һәр көнөм намаҙ уҡыуҙан башлана.
Ә бит ауылдарҙа һаман да спиртлы эсемлектәр һатыусылар бар. Бәлки, ана шул кешеләр минең хаталарҙы ҡабатламаҫ.