Элек ауыл һайын заготовитель (әҙерләүсе) була торғайны. Халыҡтан һөйәк, алам-һалам сепрәк йыйып, һыҙғыртҡыс, көҙгө, тараҡ кеүек ваҡ-төйәк нәмәләр бирә ине. Ә йомран, һуҡыр сысҡан тиреһе өсөн тоҙ, сәй тарата торғайнылар.
Ауылдан бер ағай, тоҙ алам тип, урманда һуҡыр сысҡанға ҡапҡан һалып йөрөй икән. Ҡапҡан ҡороп ултырһа, артында берәү тамаҡ ҡырып ебәрә. Әйләнеп ҡараһа, ҙу-ур һоро айыу артҡы аяҡтарына баҫып тора, имеш. Был кеше айыуға табан әйләнеп ултырған да: “Әй, һин, тайыш табан, дауай миңә ни мишай. Күрмәйһеңме — мин занятий, әйҙә, йөрөгән урманыңда гуляй, пашол бынан”, — тип әйткән, ти. Айыу артына ҡолап киткән дә, урманға инеп ҡасҡан.
Был кеше ҡайтып, булған хәлде ауылдаштарына һөйләгән. Ул һөйләгәнен бот сабып, тел шартлатып тыңлайҙар. “Ярай әле урыҫса белгән айыуға тап булғанһың, белмәгәненә эләкһәң”, — тип, шатлығын уртаҡлашҡандар. Хәҙер урманға барған кешегә: “Урыҫса белгәненә тап бул”, — тип әйтәләр беҙҙә.
Әхмәт.
Әбйәлил районы.