Илгиҙәрҙәрҙән илһөйәрлек өлгөһө10.06.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәтенең Төбәктәр советы үткәргән күсмә ултырышта сығыш яһаны. Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты, Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Федерацияһы Геройы Артур Чилингаров та ҡатнашҡан сараға Рәсәйҙең 25 төбәгенән берләшмәнең урындағы етәкселәре йыйылды, улар үҙҙәренең атҡарған эштәрен барланы, артабанғы эшмәкәрлек барышын күҙалланы.

– Беҙ Рус география йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был эш ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын өсөн күп көс һалына, – тине республика етәксеһе. – Барлыҡ район һәм ҡалаларҙа йәмғиәттең урындағы бүлексәләре булдырылған. Ошо йәһәттән төбәгебеҙ илдә тәүгеләрҙең береһелер, моғайын. Йыл ярым элек беҙ Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе форматын үҙгәрттек, яңы рәйес итеп Камил Йыһаншинды һайланыҡ. Ул – билдәле сәйәхәтсе, яҙыусы. Бөгөн беҙ бөтөнләй башҡаса эшләй башланыҡ, тип әйтә алабыҙ. Ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, проекттар, тәҡдимдәр өҫтөндә шөғөлләнәбеҙ. Әле юлдың башы ғына, ә был – кәрәкле, файҙалы эш. Ул йәш быуынды тәрбиәләү, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү, республикала сәйәхәт итеү өсөн яңы ҡыҙыҡлы урындар асыу менән бәйле.
– Һеҙҙең бүлексә барыһына ла өлгө булып тора. Рус география йәмғиәте уға бар яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, – тине Артур Чилингаров. – Республика Башлығы менән тура бәйләнеш булыуына бик шатбыҙ. Йәштәр үҙҙәренең илен белергә, уның менән ғорурланырға тейеш. Илде өйрәнеү өсөн профессионалдар, ирекмәндәр бар. Улар башҡа бер илдә лә булмаған үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы урындарҙы күрһәтә ала.
Ултырыш барышында Рөстәм Хәмитов менән Артур Чилингаров Башҡортостан һәм Рус география йәмғиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Әлеге документ нигеҙендә Башҡортостанды ял итеү урыны булараҡ башҡа төбәктәрҙә танытыу Рус география йәмғиәте аша алып барыласаҡ. Килешеү урта һәм юғары белем биреү йорттарында географияны уҡытыу буйынса хеҙмәттәшлек итеүҙе, йәш быуында илһөйәрлек рухы, тыуған яҡты өйрәнеү теләге тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота.




Вернуться назад