Өфөлә суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәүгә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса VII халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция башланды. Өс көнлөк был сара өсөн “Башҡарма документтар йөкмәткеһендәге милеккә ҡарамаған талаптарҙы атҡарыу тәртибе: проблемалы һорауҙар һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән тема һайланған.Инде нисәнсе мәртәбә донъя кимәлендәге йыйындарҙы үткәреп, ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплаған баш ҡалабыҙ Өфөгә был юлы Ҡытай, Германия, Финляндия, Иран, Таиланд, Монголия, Сербия, Словакия, Венгрия, Болгария, Румыния, Чехия, Черногория, Белоруссия, Әрмәнстан, Вьетнам, Латвия, Эстония, Молдова, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан кеүек илдәрҙән вәкилдәр килде. Уларға фекер алышыу өсөн бер нисә майҙансыҡ тәҡдим ителде.
Конференцияның пленар өлөшөндә ҡунаҡтарҙы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Суд приставтарының эшен юғары баһалап, хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын да тапшырҙы ул. Атап әйткәндә, Суд приставтары федераль хеҙмәте директоры, Рәсәйҙең Баш суд приставы Артур Парфенчиков – “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, Халыҡ-ара суд башҡарыусылары союзы рәйесе Андрие Франсуаза һәм Рәсәйҙең юстиция министры урынбаҫары Алу Алханов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
– Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һөҙөмтәле, сифатлы эшләй, беҙгә күп йүнәлештәрҙә ярҙамлаша. Айырыуса бюджетты тулыландырыу йәһәтенән. Был идаралыҡтың белгестәре тырышлығы менән былтыр үҙәк ҡаҙнаға – 3 миллиард, төбәк һәм муниципалитет бюджеттарына 1 миллиард һумдан ашыу бурыс ҡайтарып бирелде, – тине Рөстәм Зәки улы.