Әллә һаулыҡ яҡшырҙы, әллә табип оҫтарҙы…10.06.2016
Йыл башынан алып Башҡортостанда сабыйҙар үлеме кимәле 23 процентҡа түбәнәйгән һәм 1 мең балаға 5,6 промилле тәшкил иткән.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөтә ил буйынса үлем күрһәткестәре кәмеүен дауам итә. Быйыл дүрт ай эсендә былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда был һан 5 процентҡа түбәнәйгән. Атап әйткәндә, яман шештән – 2, ҡан әйләнеше боҙолоуҙан – 9,1, тын алыу ағзалары ауырыуҙарынан – 15,6, туберкулездан – 19,4, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән 5,4 процентҡа аҙыраҡ кешенең ғүмере өҙөлгән.
Сабыйҙарҙың һәм әсәләрҙең үлем күрһәткестәре буйынса ла ошондай уҡ тенденция күҙәтелә.