Бик осһоҙға төшкән “Кредит”10.06.2016
Башҡорт режиссеры Вадим Вәлиуллиндың “Кредит” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмы Рәсәй кимәлендәге ХХVII “Кинотавр” фестивалендә ҡатнаша.
“Ҡыҫҡа метр” программаһына йәмғеһе 27 кинокартина индерелгән. Уларҙы 400 дәғүәсе араһынан һайлап алғандар. Әйткәндәй, быйыл был номинацияла нигеҙҙә яңы эш башлаған режиссерҙар көс һынаша. Эштәргә продюсер Елена Гликман, режиссер Жора Крыжовников, актриса Дарья Екамасова, тәнҡитсе Лариса Малюкова баһа бирәсәк.
“Кредит” фильмының сценарий авторы, продюсеры һәм композиторы – Вадим Вәлиуллин, операторы – Артем Айсин. Бюджеты ни бары 8 мең һум булған.