Йөрәктә – дәрт, беләктә – көс10.06.2016
Башҡортостан вәкилдәре Волга буйы федераль округындағы “Гвардеец-2” оборона-спорт һауыҡтырыу лагерына юлланды. Атап әйткәндә, төркөмгә Нефтекама, Бәләбәй, Октябрьский, Ағиҙел ҡалаларынан, Краснокама һәм Өфө райондарынан 20 уҡыусы ингән.

Лагерҙағы беренсе смена 6 июндә Пензалағы Артиллерия инженерлыҡ институты биләмәһендә эшен башланы. Республикабыҙ уҡыусыларынан тыш, унда Һарытау, Мордовия, Һамар, Ырымбур, Ульяновск, шулай уҡ Севастополь һәм Донецк командалары ҡатнаша. Әйткәндәй, проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла.
Тәүге көндә “Визитка” конкурсы ойошторолдо. Унда Башҡортостан гвардиясылары республикабыҙ менән таныштырҙы. Лагерь эшен 22 июндә тамамлай.


Вернуться назад