Рәсәй берҙәмлек менән көслө10.06.2016
“Рус түгелмен, ләкин россиянмын...” Илебеҙ халҡының нисәмә быуыны инде Мостай Кәримдең ошо шиғырын ятлап үҫте. Тарихы буйынса ғына түгел, халҡының, мәҙәниәттәренең, ер-һыуҙарының күп төрлөлөгө йәһәтенән дә бөйөк, ҡабатланмаҫ дәүләт ул Рәсәй Федерацияһы. Быйыл беҙ уның бөтөн милләттәренең төп байрамын – Рәсәй көнөн – егерме дүртенсе тапҡыр билдәләйбеҙ.

Был байрамдың башы 1992 йылға тура килә. Мәғлүм булыуынса, 1990 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияға ҡул ҡуйылғайны. Конституция ҡабул ителгән көн илебеҙ тарихында яңы төп этапты билдәләне.
Һис шикһеҙ, илебеҙҙең ҡеүәте – халыҡтар дуҫлығында, милләттәр берҙәмлегендә. Шуға ишаралағандай, 12 июнь йыл һайын беҙҙең өсөн оло бер тантанаға әүерелә. Өфө көнө генә түгел, байтаҡ мәҙәни саралар, йыйындар тура килә был осорға. Байрамдарҙың барыһында ла күңелдәрҙә дөйөм йортобоҙ Рәсәй өсөн ғорурлыҡ, Ватанға һөйөү, үҙ-ара татыулыҡ тойғолары таша.




Вернуться назад