Сабырлыҡ – хәйер10.06.2016
Тормош – имтихан. Әҙәм балаһы йәшәү дәүерендә төрлө хәлгә тарый: шатлана, ҡайғыра, өмөтһөҙлөккә бирелә... Нисек тә ҡыуаныслы мәлдә шөкөр итә белеү, ауыр саҡта сабырлыҡ күрһәтеү мосолманға фарыз ҡылынған.

Әҙәм балаһына түҙемлек, үҙ-үҙеңә хужа булыу, йәмһеҙ, яҙыҡ, ашығыс ғәмәлдәрҙән тыйылыу зарур. “Бары тик сабырҙарға хисапһыҙ мөҡә­фәт, сауап насип булыр”, тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иһә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Мосолман шатлыҡлы хәленә шөкөр итә. Был уның өсөн – хәйер, сауап. Ауыр ваҡытта сабыр итә. Был да – үҙе өсөн хәйер”, – тип белдергән.
Әҙәм балаһы ауыр саҡта Аллаһ юлынан тайпылып, шайтан ҡотҡоһона бирелһә, ҙур гонаһҡа дусар була. Насар өндәүҙәргә ҡаршы тороу, яман ғәмәл ҡылыуҙан тыйылыу – динебеҙ ҡушҡан әмер. Кеше­нең яҡшылығы ла, яманлығы ла үҙе менән китеп юҡҡа сыҡмай, эҙһеҙ юғалмай. Был сифаттары вариҫтарына, нәҫеленә йоғонто яһай.
Шуға ла әҙәм балаһы һәр саҡ изгелек ҡылып йәшәргә бурыслы. Аллаһ Тәғәлә бит уны бәхетле тормош өсөн яралтҡан, рәхмәт-мәрхәмәте менән солғап алған.

Тоғролар менән бергә бул

Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә тоғролоҡто фарыз итеп йөкмәткән. Аят-хәҙистәрҙең күбеһендә был сифаттың әһәмиәте аңлатып бирелгән.

“Эй, мөьминдәр, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тоғролоҡло ке­шеләр менән бергә булы­ғыҙ!” – тиелгән, мәҫәлән, “Тәүбә” сүрәһендә. Һүҙе – үҙенә, үҙе һүҙенә килешкән кеше генә хаҡ юлдан бара. Ул дөрөҫтө һөйләй, вәғәҙәһендә тора, хәленән килмәҫтәйҙе башҡа­рырына ышандырмай. Тоғро­лоҡло кеше һис кемде алдамай, бер кемгә ҡарата ла хәйлә ҡормай. Түбәнселеккә төшөрә, намыҫын таплай торған ғәмәлдәр ҡылмағанға күрә ул башҡалар араһында дәрәжәле була. “Аллаһҡа ышан һәм һәр эшеңдә тоғро бул”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Көс – күңелдә

“Йә, Рәсүлуллаһ, ҡиәмәт ҡасан була?” — тип ҡыҙыҡһынған бер ғәрәп Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. “Ә һин уға нимә әҙерләнең һуң?” — тип һорауға һорау менән яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ.

Бының хикмәте шунда: Хоҙай Тәғәләнең ҡушыуы ме­нән Ҡиәмәт көнө килер, әммә уға яуап итеп изгелек әҙер­ләгәнбеҙ икән, ҡурҡынысы юҡ. Ҡайғы-хәсрәтте, мәшәҡәтте сабыр үткәреү тик ултырыу тигәнде түгел, бәлки, ошо ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләү зарурлығын аңғарта. Мәҫәлән, йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшһә, батыуы ихтимал. Әгәр инде баҙап ҡалмайынса аяҡ-ҡулын хәрәкәт иттерһә, йәшәү өсөн тырышһа, әкренләп ярға килеп сығасаҡ. Йәшәү көсө күңелдә булырға тейеш.


Вернуться назад