Лайыҡлы йәшәү10.06.2016
Нимә ул лайыҡлы йәшәү?
Уның шарттары төрлө,
Телдән телгә күсеп килгән
Борон замандан бирле:
Яҡыныңды аңла, кисер –
Һөрлөгә хатта ат та,
Яҙыҡтарҙан азат түгел
Һис бер әҙәми зат та.
Ғәйептәреңде таный бел,
Төҙәтә бел хатаңды,
Оятсылыҡҡа төшөрмә
Кеше иткән атаңды.
Кенә ҡыуһаң, затың биҙер,
Булыр һиңә ете ят,
“Асыу – ағыу, йотһаң –
дарыу” –
Бар бит шундай васыят.
Әрләшкәндә лә кәмләшмә,
Төҙәлмәй тел яраһы,
Яман һүҙҙән алыҫая
Дуҫ менән дуҫ араһы.
Ваҡытында таҙарта бар –
Туплама күңел керен.
...Артыҡ күп тә түгел кеүек
Лайыҡлы йәшәү сере.