Ураҙа мәлендә уйлап һөйлә10.06.2016
Ураҙа мәлендә уйлап һөйлә “Эй, иман килтергән һөйөклө бәндәләрем! Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был һүҙҙәрҙә “Хоҙайҙың ғазабынан һаҡланығыҙ, рәхмәтенә юл алығыҙ” тигән мәғәнә ята.

Әҙәм балаһы, ураҙа тотоп, Аллаһ Тәғәләнең хаҡ юлына аяҡ баҫа. Ни өсөн тигәндә, ты­йылған ғәмәлдәрҙән ситлә­шә. Мәҫәлән, дөрөҫ булмаған һүҙ әйтеүҙән, яңылыш фекер йөрөтөүҙән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, хаҡһыҙ­лыҡ­тан, ялғанлыҡтан айырыл­маһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, — тигән.
Тимәк, тәү сиратта телде тәрбиәләргә тейешбеҙ. Һәр нәмәне уйлап әйтеү Исламда ҙур урын алып тора. “Мо­солмандың ике күркәм сифаты бар: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге йәмғиәттә, динде дөрөҫ аңлап еткермәгәнлектәндер, Ураҙа айында асығып ҡына сауап йыйырға теләгәндәр осрауын ишетергә мөмкин. Улар ты­йылған мәлдә ашамай-эсмәй, әммә башҡа йәһәттән холоҡ-фиғелдәре элеккесә ҡала. Мәҫәлән, башҡалар менән мөнәсәбәте ҡырҡыу булыуы, алдашыуы, бүтәндәргә ихтирам-хөрмәт күрһәтмәүе ихтимал. Был, әлбиттә, ураҙаның ҡағиҙәләрен үтәмәү тигән һүҙ. Рамаҙанда бит төп ниәт – күңелде тәрбиәләү.
Шул уҡ ваҡытта мәрхә­мәтле Ислам асығып ҡына сауап алырға тырышҡандарға ышаныс та белдерә. Йәғни был әҙәм балаһы ошондай юл менән дингә тәүге аҙымын яһай. Ураҙа тотоу бит – ҙур мәктәп. Асыҡҡан ваҡытта ке­ше­нең күңеленә шәфҡәт, мәр­хәмәт инә, ул ашау-эсеү­ҙән мәхрүм сирлеләрҙең, мохтаж­дарҙың, ярлыларҙың хәлен аңлай башлай. Ниҙелер үҙең кисермәйенсә, бүтәндәрҙе төшөнөү ауыр, тиҙәр бит.
“Ураҙала әҙәм балаһы телен тәрбиәләргә, уйлап һөйләргә тейеш”, тинек. Был үтә лә әһәмиәтле. Тел тормошта ҙур көскә эйә. Уның ерҙә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәм­бәребеҙҙең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ята.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм бала­һының телен төпкәрәк ҡуйған. Һөҙөмтәлә кеше ниндәйҙер һүҙҙе әйтер өсөн тәүҙә иренен, унан тештәрен ҡыбырҙата. Шунан ғына тел хәрәкәткә килеп, һүҙ сыға. Әгәр ҙә ки киреһенсә икән, кешелек донъяһы бихисап болғанышҡа дусар булыр ине. Телең төптәрәк тора, тимәк, уйламайынса әйтелгән һүҙҙәрҙән һаҡ булыу зарур. Һәр саҡ аҡыл алдан йөрөргә тейеш. Аллаһ Тәғәләнең ошо хикмәтен изге Рамаҙанда ныҡлы аңларға насип итһен.
Ғөмүмән, ураҙа тотҡан кеше ай дауамында үҙ-үҙен тәрбиәләй. Ауыҙын үлсәп асырға ғына түгел, шулай уҡ ризыҡтың, һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Йәнә бер хикмәт шунда: әҙәм балаһы, Аллаһтың бойороғона буйһоноп, үҙенең Хоҙай бәндәһе икәнлеген тағы бер ҡат тәҡрарлай.
Рамаҙан айы тамамланып, изге ғәйетте үткәргән ваҡытта: “Эй, Раббым, бер ай дауамында ҡушҡандарыңды үтәнек”, — тип күңелебеҙҙә ҙур кинәнес кисерергә яҙһын. Ә ураҙаның әжере хисапһыҙ.






Вернуться назад