12 июнь – баш ҡалабыҙ ӨФӨ көнө10.06.2016
12 июнь – баш ҡалабыҙ ӨФӨ көнө Мең-мең йондоҙҙар ҡабыҙып,
Емелдәп тора Өфө.
Ғүмерлеккә ғашиҡ булыр
Уны бер күргән кеше.

Күкме әллә кителеп төшкән
Меңәр йондоҙо менән,
Әллә ҡала тауға түгел,
Күктең үҙенә менгән!?

Бында йыйылған донъяның
Иң-иң гүзәл ҡыҙҙары,
Ҡаланы әллә балҡыта
Уларҙың күҙ нурҙары.

Бында егеттәр көслөрәк,
Ҡарттары аҡыллыраҡ.
Бында йырланған йырҙар ҙа
Яңғырай йыраҡ-йыраҡ.

Шағирҙарға, ғалимдарға
Илһам биргән аҡ ҡала
Ата-бабаларҙың изге
Рухы менән һаҡлана.

Балҡый ҡала был донъяла
Бер биҙәк булып илгә.
Башҡорт ерендә бар юлдар
Өфөгә алып килә.


Вернуться назад