Тарихын белгәндең киләсәге имен10.06.2016
Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында VII “Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә” һәм XVI “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары” Бөтә Рәсәй конференциялары үтте. Фәнни форумдарға төбәк һәм федераль ғилми учреждениеларҙан телсе ғалимдар, фольклорсылар, әҙәбиәт белгестәре, тарихсылар һәм этнографтар йыйылды. Фекер алышыу темалары Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Украина ғалимдарының да иғтибарын йәлеп итте.

Рәсәй халыҡтары телдәренә арналған конференцияла төрки, славян, фин-уғыр һәм башҡа телдәр диалектологияһының көнүҙәк теоретик, методологик, методик мәсьәләләре тикшерелде. Ғалимдарҙың докладтарында фонетик, лексик, семантик, морфологик, һүҙъяһалыш үҙенсәлектәре, тарихи һәм синхрон тел ғилеме мәсьәләләре сағылыш тапты. Сарала диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү алымдары, диалектология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр буйынса төплө фекер алышыу булды. Хәҙерге диалектология фәндең аныҡ, автомат­лаштырылған һәм компьютерлаштырылған өлкәһен тәшкил итә. Ул гуманитар (лингвистик, тарихи, этнографик, культурологик) фәндәрҙең генә түгел, ғәмәли (мәғлүмәти, математик, техник, эксперименталь фонетика) фәндәрҙең дә тикшеренеү һөҙөмтәләренә таяна.
Конференцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә, тел белгестәренең әлеге форумы тәжрибә, тикшеренеү һөҙөмтәләре менән уртаҡлашыуға булышлыҡ итте. Тикшеренеүҙәргә таянып, телдәрҙе һәм диалекттарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә донъя һәм милли телдәрҙең үҫеш мәсьәләләре күтәрелә. Бындай шарттарҙа туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу проблемаһы айырыуса киҫкенләшә. Тел конференцияһында Рәсәй төбәктәрендәге лингвистик мәғлүмәттәр базаһын ойошторорға, диалектологик телдәр корпусын төҙөргә ҡарар ителде. Ғалимдар Башҡортостан Хөкүмәтенә 2013 йылғы “Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһынан тел блогын айырым программаға айырыу, шулай уҡ диалектологик экспедициялар үткәреүгә гранттар бүлеү тураһындағы үтенес менән мөрәжәғәт итте.
Сираттағы “Урал-Алтай” төркиәтселек форумында ла мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Ул етенсе тапҡыр уҙғарылды. Тәүге конференция 2003 йылда Таулы Алтай ҡалаһында үткәйне. Ғалимдар башҡорттар, Себер татарҙары, алтайҙар, тывалар, хакастар, Ҡазан татарҙарының, сыуаштарҙың айырым этнографик төркөмдәре, комиҙар, мордва, удмурт, мариҙар, рустар, бүрәттәр күпләп йәшәгән Урал-Алтай төбәгенә ҡағылышлы тарихи, филологик һәм мәҙәни темалар буйынса фекер алышты. Быйылғы форум күренекле ғалим-тюрколог Эдгем Тенишевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.
Фәнни форум программаһына ярашлы, “Рәсәй халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫы юҫығында фольклор”, “Төрки телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге”, “Башҡорт халҡы этногенезы һәм этник тарихы проблемалары”, “ХХ—ХХI быуаттарҙағы ватан һәм төбәк тарихының көнүҙәк мәсьәләләре”, “Уралдан Алтайға тиклем күсмә халыҡтар: социум, элита, миграция” кеүек симпозиумдар ҙа ойошторолдо.
Урал-Алтай халыҡтарының милләт-ара тарихи-мәҙәни бәйләнешен өйрәнеү конференцияла күтәрелгән төп темаларҙың береһе булды. Ғалимдар әйтеүенсә, Урал-Алтай төбәге быуаттар дауамында үҙенең тел, мәҙәни, конфессиональ үҙенсәлектәрен юғалтмаған. Бындай форумдар гуманитар фәнде үҫтереүгә тос өлөш индерә, тарих, тел һәм мәҙәниәт өлкәһендәге яңынан-яңы тикшеренеүҙәрҙе, ҡаҙаныштарҙы сағылдыра. Киләһе конференцияны Алтайҙа үткәреү күҙаллана.




Вернуться назад