Ҡарғаларҙың аҡыллы ҡош икәнен барыбыҙ ҙа ишетеп белә. Уларҙы ҡулға эйәләштереп була, төрлө “һөнәр”гә өйрәтәләр. Был ҡоштар мифологияла ла ҙур урын ала. Ҡылыҡтарын ғалимдар һаман өйрәнеп бөтә алмай.
Мәҫәлән, орнитологтар күҙәтеүенсә, һәр ҡоштоң тормошта үҙ урыны бар икән, йәғни ҡарғалар ҙа, кешеләр һымаҡ, төрлө ҡатламға бүленә. Хатта ғәйеплене хөкөм дә итәләр. Бының өсөн улар йәшерен бер урынға йыйыла. Башҡа ҡоштар ҡамасауламаһын, яза бирелергә тейешле ҡарға ҡасмаһын өсөн бер нисәһе һаҡта тора. Ғәйеплене иң түбән ерҙә тоталар. Башҡа ҡарғалар ситкәрәк ултыра. Иң юғары ботаҡта — хөкөм сығарыусылар. “Судьялар” ныҡ итеп ҡарҡылдап ғәйепләнеүсенең “гонаһын” бәйән итә. Теге меҫкен иһә, аҡланғандай, ваҡыты-ваҡыты менән ҡарҡылдап ала.
Ҡарғаларҙың ғәйебе төрлөсә була, ти белгестәр. Мәҫәлән, ояларҙы бутау, өйөр ҡанунына буйһонмау һәм башҡалар. Яза төрлөсә: ситкә ҡыуыу, талап үлтереү.
Бына бит, ҡарғалар ҙа ҡанунға буйһонмағандарҙы яратмай.