2019 йылда Башҡортостан халҡы Башҡорт Совет Автономияһының 100 йыллығын билдәләй. Юбилей уңайынан 100 башҡорт шәхесенең исемен район-ҡалаларҙа мәңгеләштереү, улар тураһында китап сығарыу ниәте бар. Киң йәмәғәтселек тә был эшкә ҡушыла ала. Республика сәйәсәтендә етди әһәмиәткә эйә булған, мәҙәниәт, иҡтисад кимәлен күтәреүгә өлөш индергән, Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан 100 шәхес исемлегенә кемдәрҙе тәҡдим итер инегеҙ? Уй-фекерҙәрегеҙҙе
[email protected] электрон адресына ебәрә алаһығыҙ.