Иғтибар: конкурс!10.06.2016
Халҡыбыҙ, дөрөҫөн әйткәндә, һәр нәмәгә маһир: тотонмаған эше, уйнамаған ҡоралы юҡ, әйтһә, урын-ваҡытына ҡарап, ултыртҡансы ла әйтә, маҡтарға булһа ла хуплау һүҙҙәрен йәлләмәй. Тик милли менталитетыбыҙ шундаймы икән, бер-беребеҙҙе артыҡ маҡтап та, үҙебеҙҙе күрһәтеп тә бармайбыҙ. Ә бит арабыҙҙа башҡаларға өлгө булырлыҡ күпме милләттәшебеҙ йөрөй, уларҙы күрәбеҙ, беләбеҙ, ләкин ул шулай булырға тейеш тип кенә ҡабул итәбеҙ. Йәки күпме матур ваҡиға иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡала.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты “Ҡоролтай тауышы” ҡушымтаһының тәүге һанында уҡ иң һәйбәт очерк, мәҡәлә һәм хәбәрҙәргә конкурс иғлан итә. Уның төп маҡсаты – ауыл-ҡала ерҙәрендәге өлгө булырлыҡ милләттәштәребеҙҙе республика кимәлендә күрһәтеү, милли кәсептәрҙе пропагандалау, оҫталарҙың бәҫен күтәреү, эшҡыуарлыҡ серҙәре менән бүлешерлек, башҡаларҙы артынан эйәртерлек башҡорттарҙы асыҡлау, ер-һыуына, ауылына, милли рухына тоғро кешеләрҙе барлау һәм, әлбиттә, урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың эшен йәнләндереү.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән, унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурсҡа 2017 йылдың майында йомғаҡ яһаласаҡ. I, II, III урындарҙы алыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.