Һабантуйҙар гөрләй. Йыл да “байрам матур үтте, күңелле үтте” тип гәзиттәрҙә, радио-телевидениела маҡтайҙар. Әммә миҙал ике яҡлы, минеңсә.Беренсенән, майҙанға килгән халыҡ һаны йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, беҙҙең район һабантуйында машиналарҙы ҡуйыу – үҙе оло мәшәҡәт, сөнки инеү-сығыу юлы берәү, шунлыҡтан тығын барлыҡҡа килә. Икенсе юл бар-барлыҡҡа, тик унан йөрөү өсөн каскадер булыу кәрәк.
Һабантуй майҙанын түңәрәкләп, эске ярты өлөшөндә аш-һыу, кейем-һалым һәм башҡа төрлө ялтыр-йолтор әйбер һатыусылар урын ала. Улар өс-дүрт рәткә урынлаша, килгән халыҡ ашап-эскәс, концерт сәхнәһе янына ағыла. Түңәрәктең ҡалған яртыһына ҡаланан килгән “күҙ бәйләүселәр” халыҡ аҡсаһын талай торған уйындар ойоштора. Йәнәһе, бер минут турникта эленеп тора алһаң, мең һум отош көтә, анауы арҡанлы баҫҡыстан күтәрелһәң дә, башына етә алһаң – мең һум… Ябай әҙәм балаһы эшләй алмай торған башҡа төрлө трюктар ҙа уйланылған. Аҡсаңды сығарып һал да, әйҙә, ҡылан. Шар тулы бассейнда резина костюмдар кейеп, ҡатын-ҡыҙ төртөшә башлай, хатта фотоға төшәләр. Башҡорт камзулын, ҡашмауын тағып төшһәләр ине лә бит... Парашютсыларҙы яллау ҙа йолаға әүерелде. Улар әллә бушҡа һикерә тиһегеҙме?
Эремсек һарҡытыу, май бешеү, айран яһау, ҡурмас ҡыҙҙырыу, талҡан эшләү кеүек милли шөғөлдәребеҙҙе күрһәтһәләр ине. Һабантуйҙа шул ризыҡтар булһа, һәр кем һатып алыр ине, минеңсә. Йолалар, үкенескә ҡаршы, комиссия алдында ғына башҡарыла. Балаҫ һуғыусы бер апайға, оҫталығыңды ошондай байрамдарҙа күрһәтһәң, яҡшы булыр ине, тигәйнем, майҙанға сығып ултырыуҙың түләүһеҙ түгеллеген әйтеп аптыратты.
Төрлө алдатҡыс уйын ойоштороусылар теҙелгән рәттән үтерлек тә түгел, ә башҡорттоң мәҙәниәтен, көнкүрешен сағылдырған тирмәләр әллә ҡайҙа, ситтә урынлашҡан.
Ҡыҫҡаһы, милли байрамыбыҙҙың “һабантуй” тигән исеме генә ҡалды шикелле. “Быйыл уға тағы ниндәй замана яңылығы өҫтәрҙәр?” – тип уйланып йөрөйөм.