Булманы Башҡорт ҡайҙарҙа...10.06.2016
Булманы Башҡорт ҡайҙарҙа... “Башҡорт” атамалы урамдар барлығын, бәлки, беләһегеҙҙер? Улар ысынында беҙ уйлағандан күберәк икән.

Баш ҡалабыҙ Өфөгә яҡын Алексеевка ауылында ла бар ул, уның күршеһендә Башҡорт тыҡрығы ла һуҙы­лып ята, имеш.
Өфө районының 8 Март ҡасаба­һында бер урам беҙ­ҙең милләт хөр­мәтенә ҡу­шыл­ған. Ғөмүмән алғанда, республикала “Башҡорт” тигән урамдар етерлек. Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Благовар, Баҡалы райондары ауылдарында ла табырға мөмкин ундайҙарҙы.
Әлбиттә, Башҡортостан менән генә сикләнмәй был. Күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ла бер урам – Башҡорт. Ул бәләкәй генә, Волга буйы районында, Ҡазандың көньяғында урынлашҡан. Әстрхан, Волгоград, Пермь, Дондағы Рос­тов, Ырымбур ҡалаларына барһағыҙ, Башҡорт урамын эҙләп табып, иҫтәлеккә фотоға төшөргә мөмкинлек табығыҙ. Кемерово өлкәһе­нең Ленинск-Кузнецкий, Прокопьевск ҡалаларында ла бар. Чечен Республика­һының Урус-Мартан ҡала­һындағы бер урам да Башҡорт исемле. Ул ҡала­ның көнсығышындараҡ. Че­чендарҙың күршеһе ингуштар ҙа Наз­рань, Ҡарабулаҡ ҡалаларында баш­ҡортто урам атамаһы “бүләк итеп” хөрмәтләгән.
Ҡаҙағстандағы Алматы ҡалаһының көнсығыш өлөшөндә Башҡорт урамын осратырға була. Украинала хатта дүрт ҡалала бар ул – Харьков, Донецк, Краматорск һәм Днепропет­ровскиҙа.
Был ғына нимә – океан аръяғында ла башҡорт тигән милләт барлығын яҡшы беләләр. АҠШ-тың Калифорния штатындағы Корона ҡалаһында – Башҡорт урамы, Эльк-Гроув ҡала­һында – Башҡорт ихатаһы (Bashkir Court), Төньяҡ Каролина штатындағы Браунс ҡала­һында Башҡорт юлы (Bashkir Way) бар.
Англия ла Американан ҡалышмаған: Вестберн ти­гән ҙур булмаған ҡаланың ҡулса һымағыраҡ бер урамын Башҡорт шоссеһы (Bashkir Road) тип атаған­дар. Картанан ҡарағанда, ул көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.




Вернуться назад