Ер шарындағы виртуаль энциклопедияларҙың тәүгеләренең береһе булған Википедия хаҡында ишетмәгән һәм белмәгән кеше юҡтыр. Был күп телле универсаль энциклопедия YouTube һәм Facebook менән бер рәттән иң ҙур интернет-ресурс тип иҫәпләнә. Күптәр кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн уға мөрәжәғәт итә һәм теләһә ҡайһы тема буйынса белешмә таба. Был – кешелек туплаған белемдең шаҡтай өлөшөнөң Википедияла йыйылыуы һөҙөмтәһе.Ирекле интернет-энциклопедияның тарихы 2001 йылдың 15 ғинуарынан башлана: нәҡ шул көндә инглиз телендә Википедия ойошторола. Артабан ул башҡа телдәргә лә тарала. Шулай ҙа виртуаль белешмә сығанағының бар донъяны солғап алыуы хаҡында һөйләргә иртәрәк әле. Ерҙәге халыҡ алты меңдән ашыу телдә аралашҡан ваҡытта, ни бары 288 тел вәкилдәре генә Википедияла үҙ бүлеген булдырған. Шулар араһында башҡорт телендәгеһе лә бар.
Башҡорт Википедияһы быйыл үҙенең 11 йыллығын билдәләне. Ирекле энциклопедияла туған телебеҙҙә тәүге мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған булһа, нәҡ ошо көндәрҙә уларҙың һаны 36 меңгә етте. Был күрһәткес буйынса беҙ бар бүлектәр араһында 89-сы урында торабыҙ. Рәсәй халыҡтары телдәрендәге интернет-энциклопедиялар менән сағыштырғанда, Википедияның башҡорт бүлеге иң шәп үҫеүсе проекттарҙан һанала. Тағы ла бер күрһәткес: тәүлек дауамында башҡорт телендәге мәҡәләләрҙе донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән меңдән артыҡ кеше инеп ҡарай.
Әйтелгәндәрҙең барыһы ла – ирекмәндәрҙең көндәлек эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Улар туған телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү һәм уны халыҡ-ара кимәлдә танытыу буйынса маҡтаулы эш башҡара тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Википедияға мәҡәлә яҙыусылар – төрлө һөнәр вәкилдәре. Был эш менән улар буш ваҡыттарында, күңел ҡушыуы буйынса һәм бер ниндәй хаҡ алмайынса шөғөлләнә. Ул ғына түгел: мөхәррирҙәр йыш ҡына яңы мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу буйынса үҙенсәлекле бәйгеләр ҙә ойоштора. Мәҫәлән, Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналғаны 2014 йылдың ноябренән быйылғы апрелгәсә үтте. Унда ике тиҫтәнән ашыу ирекмән әүҙем ҡатнашты һәм башҡортса 764 яңы мәҡәлә яҙҙы. Артабан социаль эшҡыуарлыҡ һәм Азия темаһына арналған мәҡәләләр яҙыу ярышы, “БашВикимарафон-2015-2016” конкурсы үткәрелде. “Вики-яҙ-2016” бәйгеһе тамамланды.
Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларҙы ла ошо мауыҡтырғыс эшкә һәм ярышҡа ҡушылырға саҡырам. Википедияға мәҡәлә яҙыуҙың әллә ни ҙур ҡыйынлығы юҡ, тип әйтер инем. Был шөғөлдө ундағы мәғлүмәттәр менән танышыуҙан, тыуған районың, ауылың хаҡында нимә яҙылғанын асыҡлауҙан башларға була. Әгәр ҙә мәҡәләләрҙә һин белгән хәбәр юҡ икән, ҡыйыулыҡ алып, уларҙы өҫтәргә кәрәк. Бының нисек эшләргә кәрәклеге унда күрһәтелгән.
“Яңылыш эшләрмен” тип борсолорға сәбәп юҡ – тәжрибәле мөхәррирҙәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Ҡыҫҡаһы, Башҡорт Википедияһы үҙенең яңы дуҫтарын көтә. Рәхим итегеҙ!
Айсар ҮҘӘНБАЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.