Енот эте15.03.2012
Енот этеБашҡортостан дәүләт ҡурсаулығына енот этен 1935 йылда тәүге тапҡыр килтерәләр. Ә 20 йылдан һуң Нуриман районына ебәрәләр. Һуңғыһы һөҙөмтәлерәк була һәм был эт, үрсеп, тирә-яҡҡа тарала башлай.
Енот эте ҙурлығы менән төлкөнән әллә ни айырылмай. Шулай ҙа уны төлкө менән бутау мөмкин түгел. Ҡыҫҡа, йөнтәҫ ҡойроҡло, ҡараһыу-һоро төҫтә, ҡыҫҡа аяҡлы.
Башҡа эт төркөмөнә ҡараған йәнлектәр (бүре, төлкө һәм башҡалар) менән сағыштырғанда, енот этенең аҙығында һыу буйы тереклеге өҫтөнлөк итә. Һаҙлыҡлы урынды төйәк итергә яратҡан был йыртҡыс күберәк тәлмәрйен, кеҫәртке тота, ҡош-ҡорт ояларын туҙҙыра.
Тағы бер үҙенсәлеге бар: ҡышҡы йоҡоға тала. Ләкин йоҡоһо һаҡ, өҙөк-өҙөк була, шуға ла йоҡо тип тә булмайҙыр. Кешегә ҡарата әйтелгәнсә, ҡыш буйы серем итә. Яҙҙың тәүге нурҙары ерҙе йылыта башлағас та һунарға сыға.
Көсөкләү, ҡышҡы йоҡоға талыу өсөн ағас ҡыуыштарын, ташландыҡ өңдәрҙе һайлай. Бер юлы 1–5 көсөк табырға һәләтле. Көсөктәре, эт ғаиләһенә ҡараған барлыҡ йәнлектәрҙеке һымаҡ уҡ, “һуҡыр” булып тыуа. Күҙҙәре асылыу менән һунар ҡомары уяна, тирә-яҡтағы бөжәктәргә “һөжүм” итә башлайҙар.
Башҡортостанда тәүҙә енот эте Ағиҙел йылғаһының урта өлөшөндә таралһа, хәҙер иһә уны Белорет, Бөрйән яҡтарында ла осратырға мөмкин. Бигерәк тә ул төньяҡ-көнсығыш райондарҙа күпләп үрсене.
Енот этен беҙҙә үрсетеүгә ҡараш төрлөсә. Ҡайһы бер белгестәр уны үрсетеү яҡлы. Сәнәғәт өсөн дә отошло: тиреһе әллә ни ҡиммәт түгел, унан тегелгән әйберҙәр йылы. Икенсе төркөм тәбиғәт һаҡсыларын башҡа нәмә борсой: енот эте ҡотороу сиренә тиҙ бирешә, трихинеллез ауырыуын йөрөтә, күп осраҡта шуның сығанағы булып тора. Шулай уҡ ҡош-ҡорт йомортҡаларын һәм ҡошсоҡтарҙы күпләп ашай, тип хәүефләнә һуңғылары.
Нисек кенә булмаһын, енот эте беҙҙә үрсене һәм республика фаунаһында үҙ урынын тапты.
Тимерғәле МУСИН.


Вернуться назад